Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2021, 10:00

Ауырыуҙың билдәләре булмауы хәүефләндерә

Заман зәхмәте - коронавирус әле һаман бирешергә уйламай. Сирләүселәр һаны, үлем осраҡтары ла арта. Бөрйән район үҙәк дауаханаһы неврологы, Белорет инфекция дауаханаһының дежур инфекционисы Ләйсән Фазылова менән әңгәмә шул хаҡта.

Ауырыуҙың билдәләре булмауы хәүефләндерә
Ауырыуҙың билдәләре булмауы хәүефләндерә

Заман зәхмәте - коронавирус әле һаман бирешергә уйламай. Сирләүселәр һаны, үлем осраҡтары ла арта. Бөрйән район үҙәк дауаханаһы неврологы, Белорет инфекция дауаханаһының дежур инфекционисы Ләйсән Фазылова менән әңгәмә шул хаҡта.

-Ләйсән Ирек ҡыҙы, үҙегеҙ был вирус менән ауырынығыҙмы, прививка эшләттегеҙме?
-Ғаиләбеҙҙә бөтәбеҙ ҙә ауырып алдыҡ. Ауырыу башланғанда уҡ дауаланһаң, күпкә еңелерәк. Быйыл балалар ҙа ауырыны - 4-әр көн температуралары юғары булды. Вакцинаны үҙем дә, яҡындарым да мөмкинлек булғас та эшләтеп ҡуйҙыҡ.


-Эш режимығыҙ нисек ҡоролған?
-Эш көндәрендә Бөрйәндә неврологмын, ялдарҙа, отпуск ваҡытында Белорет ҡалаһы инфекция дауаханаһында эшләйем.


-Үткән йыл менән сағыштырғанда коронавирус буйынса хәлдәр нисек?
-2020 йыл менән сағыштырғанда, вирус үҙгәрҙе, яраҡлашты. Үткән йыл «британ» штамы менән ауырыһалар, быйыл «һинд» штамының симптомдары өҫтөнлөк итә. Вирус хәҙер тиҙ йоғоусан, ололарҙан тыш йәштәр һәм балалар ауырый. Ауырыуҙың билдәләре булмауы хәүефләндерә. Мәҫәлән, былтыр дауаханала, бигерәк тә төнөн, барыһы ла ҡоро йүткереү менән ыҙалап сыға ине, хәҙер йүтәл юҡ тиерлек, ә үпкә шул уҡ зарарлана.


-«Һинд» штамының эҙемтәләре ниндәй?
-Ҡан ҡуйыра, тромбалар барлыҡҡа килә. Ә ул, үҙ сиратында, инфаркт, инсульт ауырыуҙарына килтерә, үпкәлә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә.


-Йәштәр, балалар нисек ауырый?
-Ҡыҙғанысҡа күрә, йәштәр ҙә бирешә, бигерәк тә инсульт, диабет диагноздары булғандар ауыр үткәрә, үлем осраҡтары йышайҙы. Балаларҙа температура юғары күтәрелә, төшөрөүе ҡыйын, ауырыу ОРВИ кеүек үтә, пневмония һәм йүтәл һирәк осрай.

– Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарҙың коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың юғары хәүеф төркөмөндә тороуы тураһында күп һөйләйҙәр. Бындай пациенттарҙа сир нисек үтә?
–Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙы һәм системаларҙы зарарлай. Тәү сиратта үпкәгә зыян килә. Ниндәйҙер дәрәжәлә был йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла ҡағыла. Әгәр ҙә кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булһа, уның йөрәгенән һәм ҡан тамырҙарынан тыш, бәләкәй ҡан әйләнеше һәм үпкәһе зыян күрә. Шунлыҡтан коронавирус инфекцияһының ағышы, пневмонияның барышы һауығыу мөмкинлеген һиҙелерлек кәметә. Ошо хәл менән бәйле, бигерәк тә 60-65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ инфаркт, инсульт үткәргән йәштәр һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә тейеш.


-Вирустың билдәләрен һиҙгәс тә нимә эшләргә кәрәк?
-Вирус организмда ныҡ таралмаҫ элек, тәүге көндән үк дауаханаға мөрәжәғәт итергә тырышығыҙ. Бөрйән халҡын бигерәк түҙемле тип әйтәйем микән, әллә вайымһыҙлыҡмы, хәлдәре бөткәнсе, иң аҙаҡҡа тиклем һуҙып йөрөй, үтеп китер, тип өмөтләнеүселәр күп. Белоретҡа ауыр хәлдә барып яталар. Ундайҙарҙы шәбәйтеп алыуы бик ҡыйын. Июлдә дежурға барғанда палатала 8 ауырыуҙың 4-әүһе Бөрйәндеке ине, шуларҙың берәүһе генә иҫән ҡалды. Яҡташтарҙың үлемен бигерәк ауыр кисерәм. Палаталар ҙа, коридорҙар ҙа тулы.


Коронавирус йоҡторғанға шик барлыҡҡа килһә, дауаханаға килегеҙ. ПЦР анализы алынып, ауырыу асыҡланғас, табип дауалау курсы яҙып бирәсәк. Һәр кешегә дауалау төрлөсә булыуы мөмкин. Кеше, таныштары ниндәй дарыу ашай, шуны ҡулланып яңылыша. Бигерәк тә антибиотиктарҙы саманан тыш эсәләр. Беренсенән, антибиотикты тик ауыр осраҡтарҙа ғына ҡулланырға кәрәк, икенсенән, уны табип яҙып бирергә тейеш.


-Белорет дауаханаһының инфекция бүлегендә үлем осраҡтары кәмейме, артамы?
-Кәмене тип әйтеп булмай. Төрлөсә булып китә. Үткән йыл пик октябрь-ноябрь айҙарына тура килде. Быйыл майҙа бер аҙ тыныс булып торҙо ла, июнь-июлдән тағы ла арта килә. Үлем осраҡтарын көн дә күрергә тура килә, улар яҡынса 50-80 йәшлектәр араһында. Тәүлегенә күбәйеп та китәләр, тыныс ваҡыттар ҙа булып ала. Ауыр хәлдәгеләр ИВЛ аппаратына тоташтырыла. Унда ятыусыларҙың шәбәйеп китеүе икеле. Ауырыусыларҙың үпкәһе зарарланһа ла аңы теүәл. Реанимацияла физик яҡтан һап-һау, ләкин үпкәләре зарарланған 29-30 йәшлек йәштәрҙең ятыуы йәл. Илап үлеп китәләр. Үпкәһе 80% зарарланған 29 йәшлек егетте саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. Ә 35 йәшлек ҡатынды алып ҡала алманыҡ, уның 4 балаһы ҡалды.


-Үпкә күпмегә зарарланһа, ауырыуҙың хәле насарлана?
-Үпкә 50%-тан күберәк зарарланһа, ауырыу кешенең хәле ауыр тип иҫәпләнә.


-Вакцина менән был ауырыуҙан ҡотолоп булырмы?
-Коронавирусты еңер өсөн коллектив иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш. Йәғни, вирус менән йә бөтәһе лә ауырып сыға, йә вакцинация үтергә кәрәк. Шул ваҡытта ғына ауырыу сигенәсәк. Минең уйлауымса, киләһе 10 йыл ошолай ҡурҡыныс аҫтында йәшәрбеҙ кеүек.


– Йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән ауырыған кешеләргә коронавирустан вакцина яһатыу кәрәкме?
– Һис шикһеҙ, вакцина яһатыу мөһим. Табип менән кәңәшләшеп, антикоагулянттар, йәғни тромбалар барлыҡҡа килеүен кисектереүсе препараттар ҡулланырға була.
Төрлө инфекция ауырыуҙарының киҫкенләшкән осоронда һәм онкологияның һуңғы стадияһында вакцина эшләмәү хәйерле.


-Вакцина тураһында уйҙырмаларға нисек ҡарайһығыҙ?
-Мине иң аптыратҡаны – кешегә чип ҡуйыла тигәне. Ул бит ябай грипҡа ҡаршы эшләнгән кеүек прививка. Ул шыйыҡса нисек чип булыуы мөмкиндер. Тағы ла, прививка эшләткәндәр үлә, имеш, тигәне хайран ҡалдыра. Бындай имеш-мимешкә ышанмағыҙ, райондаштар.

Автор: Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас