Хужаның кемлеге ихатаһынан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр – Әбделмәмбәт ауыл балалар баҡсаһы иғтибарҙы әллә ҡайҙан үҙенә тартып, әйҙәп тора.
- Былтыр 1 сентябрҙә генә баҡсаны етәкләй башланым, - ти мәғариф өлкәһендә 15 йыл эшләп, һәптеюҡ тәжрибә туплаған Гүзәлиә Ғәзиз ҡыҙы Ҡарамышева.
Хеҙмәт юлын район мәғариф бүлегендә методист булып башлаған Гүзәлиә тыуған ауылының балалар баҡсаһында, мәктәбендә лә эшләп алған, тәрбиәсе лә, психолог та булған.
“Эште биләмәне рәтләүҙән башланым. Тәүҙә тош-тош ерҙә ямап-һөйәп ҡуйылған тигәндәй баҡса рәшәткәләрен емереп, яңыға алмаштырҙыҡ. Үҙебеҙҙең коллектив көсө менән атҡарып сыҡтыҡ был эште. Хужалыҡ бүлеге мөдире менән берлектә үҙемә лә сөй ҡатып йөрөргә тура килде. Бәҙрәфте лә өр-яңынан эшләттек. Һыу гидранты өсөн ҙур тимер ҡапҡа, үҙәк ҡапҡа матурлап эшләнде. Бына ошо арала “Реаль эштәр” программаһы буйынса тәҙрәләрҙе евроға алмаштырырға торабыҙ. Ауыл эшҡыуарҙары, пилорама тотоусылар ныҡ ярҙам итте, ата-әсәләр менән өмәләр үткәрҙек. Документ эше, төрлө кимәлдә һөйләшеп-килешеүҙәр алып барыуҙа Нур Усмановтың ярҙамы ҙур булды.
Баҡсаның ҡаҙансылары Илнур Ҡарамышев, Илмир Мөхәмәтғәлиндарҙың хеҙмәте тураһында әйтеп тә тораһы түгел – рәхмәттең ҙуры егеттәргә.
Коллективыбыҙ бик тырыш, берҙәм. Хужалыҡ мөдире Миләүшә Мәхмүтова менән ашнаҡсы Айһылыу Ғәлиуллина – алыштырғыһыҙ кешеләр.Уларҙың эшенән бик ҡәнәғәтмен. Косметик ремонт яһауҙа коллектив һынатманы. Берәү ҙә дөйөм эштән ситтә ҡалманы.
Баҡсабыҙға былтыр 55 бала йөрөнө. Өс төркөм менән эшләйбеҙ. Тажзәхмәт сәбәпле, балалар һаны әҙәйеп тә киткеләне.
Бинабыҙ ҡышын да йылы. Тик бер проблемабыҙ бар – баҡсаның баш ябыуын алмаштырыр кәрәк. Киләсәккә иң мөһим һәм ҙур эш булып шул тора. Район хакимиәте сметаға индергән.
Беҙҙә бөтә дәрестәр, саралар тик башҡорт телендә алып барыла. Музыка етәксеһе Айгөл Ғәлиәкбәрова – үҙ эшенең оҫтаһы. 1 июндә – Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөндә, ауыл мәҙәниәт йортонда балалар ҙур концерт менән сығыш яһаны. Зал шығырым тулы булып, ата-әсәләр, тамашасы бик ҡәнәғәт ҡайтты.
Урындағы инициативаларҙы күтәрмәләү программаһында ҡатна-шып ҡарағайныҡ – үтә алманыҡ. Аҡса вәғәҙә иткән һәр нәмәгә тотоноп ҡарайбыҙ.
Баҡсабыҙ биләмәһендә үҙебеҙгә етерлек йәшелсә –емеш үҫтерәбеҙ.Ҡарағатыбыҙ эре – ҡутарғанса йыйып алдыҡ, ҡайнатмалар эшләнек. Ҡурай еләге лә мул уңыш бирҙе. Йәшелсәнән төрлө салаттар әҙерләп алдыҡ.
Бинабыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә 1 сентябргә балаларҙы ҡабул итергә әҙер”, - ти уңған етәксе.
Эйе, баҡса биләмәһендә лә, эсендә лә күңелле – ҡот уйнап тора, сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Ниәт итеп эшкә тотонһаң, уның ниндәйен дә йырып сығырға була икәнде дәлилләүсе етәкселәр, коллектив барҙа, эш ҡарышмай, эшләү күңелле шул.