Йәмғиәт
27 Августа 2021, 05:30

Остазына ҡарап бала үҫә

Ҡарағайға ҡарап – тал, остазына ҡарап бала үҫә. Иҫке Собханғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Факил ҡыҙы Фәтҡуллина хаҡында ғына әйтелгәндер был мәҡәл-әйтем, тип торорһоң.

Остазына ҡарап бала үҫәОстазына ҡарап бала үҫә
Остазына ҡарап бала үҫә

Ҡарағайға ҡарап – тал, остазына ҡарап бала үҫә. Иҫке Собханғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Факил ҡыҙы Фәтҡуллина хаҡында ғына әйтелгәндер был мәҡәл-әйтем, тип торорһоң.

Яңы уҡыу йылын яңы маҡсаттар менән башларға торған уҡытыусының үткән уҡыу йылындағы хеҙмәт емештәре тос ҡына – ул уҡытҡан предметтан 8 сығарылыш класы уҡыусыһының БДИ һөҙөмтәләре 80 балдан юғары. Уҡытыусы өсөн үҙ тәрбиәләнеүселәренең уңышынан да юғары баһа булыуы мөмкинме?! Юҡ, әлбиттә!

Гөлнара Факил ҡыҙы – Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. Туған мәктәбен тамамлағас, артабан Белорет педагогия училищеһында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштергән. Кескенәнән филолог булырға тигән хыялы уны БДУ-ның филология факультетының рус бүлегенә алып килә. 2002 йылда вузды уңышлы тамамлап, юллама буйынса сит районға ебәрелеп, әсәһенең тыуған яғында - Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай йәш белгес.


Бөгөн 37 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле педагог, хеҙмәт ветераны, юғары категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Факил ҡыҙының балалар менән эшләүенә 35 йыл, шуларҙың 20 йылы – мәктәпкә бағышланған.


Туған мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән 2004 йылдан алып балаларға белем һәм тәрбиә бирә алдынғы ҡарашлы педагог. Маҡсатлы эшләгән остаздың 17 сығарылыусыһы рус теленән БДИ-ла 70 һәм унан юғары балл йыйыуға өлгәшһә, 8 уҡыусыһы инде “юғары балл йыйыусылар” теҙмәһендә, йәғни 80 һәм унан да юғары балл йыйғандар.


- Эшемде яратам. Коллективыбыҙ татыу, берҙәм. БДИ-ға 5-се кластан уҡ әҙерлек башлайым. Һәр уҡытыусының үҙ ысулы, уҡытыу алымы булған кеүек, минең дә үҙ методикам бар.


Рус теленә һөйөүҙе, барыбер, тәүге уҡытыусым Прохорова Анна Лазаревна уятҡандыр, тим. Ул күңелгә һалған орлоҡтар артабан шытым бирҙе. Заманова Гөлсөм Хәләф ҡыҙы, Кикоть Светлана Александровна, Йәнтусова Зәбирә Мөлөк ҡыҙы, Хәсәнов Рафаэль Мостафа улы, Юлдашева Гөлнур Ғибат ҡыҙы, Вәлиуллина Сания Нәғим ҡыҙы кеүек ысын остаздар, талантлы уҡытыусылар ҡулында белем алыу, хатта Гөлнур Ғибат ҡыҙы менән аҙаҡ бер коллективта эшләп, коллега булыу бәхете тейҙе. Талапсан, ҙур ғилемгә, салт аҡылға эйә остаздарымдан күп нәмәгә өйрәндем. Немец теле уҡытыусыһы Йәмилә Сәйфетдин ҡыҙы Ҡасҡынованың да минең уҡытыусы һөнәрен һайлауымда роле ҙур, ти уҡытыусыларына рәхмәтле остаз.


Лилиә Хәкимова, Зөһрә Мусина, Марат Шакиров, Русалина Биккинина, Ләлә Ҡунафина, Айгүзәл Яубаҫарова, Динә Рахманғолова, Зөһрә Ғүмәровалар – 80 һәм унан да юғары балл йыйыусылар.


“Лилиә Хәкимова, Зөлхизә Ишбулатова, Айгүзәл Яубаҫарова, Русалина Биккинина, Азалия Хоҙайбирҙина (9-сынан һуң икенсе йүнәлештә китһә лә), Ләлә Ҡунафиналар даими рәүештә рус теле һәм әҙәбиәтенән төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарҙа, фәндәрҙең кесе академияһында ҡатнашып, гел генә призлы урындар яуланылар.


Ләлә Ҡунафина рус теле һәм әҙәбиәтенән республика кимәлендәге олимпиадала призлы урын алды. Хәҙер балалар элекке һымаҡ түгел – рус теленән көслөләр, аңлылар, заманса фекер йөрөтәләр”, - ти быйыл 9-сы быуынды БДИ-ға әҙерләгән уҡытыусы.


Эйе, уҡытыусы иңенә ҙур бурыс һалынған – бер һүҙ менән әйткәндә, киләсәктең үҙен әҙерләү. Ошонан да мөҡәддәс бурыстың, яуаплы эштең, ауыр һәм үҙенсәлекле һөнәрҙең булыуы мөмкинме? Юҡтыр.


Шуға ла был өлкәлә уңыштарға Гөлнара Факил ҡыҙы кеүек үҙ эшенә мөкиббәндәр, фиҙакәрлек күрһәткәндәр генә өлгәшә.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас