

Район хакимиәтендә инвалидтарҙың хәл-торошон яҡшыртыу буйынса координацион совет булдырылып, уның тәүге ултырышы үтте.
Сараны яңы советтың рәйесе, район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов асып, ошондай советты булдырыу көнүҙәк икәнен әйтте.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева:
- Инвалидтар менән эште йәнләндерер кәрәк.Ошондай осрашыуҙар, мәҙәни-тамаша саралары квартал, хатта ай һайын үтергә тейеш.Инвалидтар менән эш кәңәш-төңәш итеп, маҡсатлы алып барылһын. Һәр өлкә инвалидтарға кәрәкле мәғлүмәт, социаль ярҙамдар, гранттар тураһындағы яңылыҡтарҙы район гәзите, социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа ваҡытында еткерһен. Ошо мәғлүмәт етешмәү арҡаһында күп нәмәнән ҡолаҡ ҡағабыҙ. “Уңайлы мөхит” һәр ойошма-учреждениела эшләргә тейеш. Инвалидтарға ярҙам юҫығында хәлдән килгән эштәрҙең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, - тине.
Район инвалидтар йәмғиәте етәксеһе, ошоға тиклем хөкүмәтебеҙ тарафынан күләмле генә гранттар алыуға ирешкән Ғәзиз Ишкинин: “Инвалидтар эшен юридик шәхес булараҡ алып барам. Документ эше һәптеюҡ ваҡытты ала. Илдә тажзәхмәт ҡоторһа ла, грант алыуға ирешеп, былтыр республика кимәлендә турслет үткәрҙек. Беҙҙең эш, нигеҙҙә, консультацияға ҡоролған. Быйыл, аҡса булмау сәбәпле, республика күләмендәге сараларға йөрөй алманыҡ. Районда меңгә яҡын инвалид иҫәпләнә. Һәр кемдең үҙ проблемаһы-һорауы. Инвалидтарға дәүләт тәғәйенләгән ярҙамды алыр кәрәк. ”Уңайлы мөхит” программаһы буйынса районда мин генә белгес. Был юҫыҡта эш һүлпән бара. Законды белмәү арҡаһында күп нәмәнән мәхрүм ҡалабыҙ. Бирелгән аҡсаны алып өйрәнеү шарт. Грамоталы эшләү кәрәк. Башҡа райондар был тәңгәлдә беҙҙән сосораҡтар. Район хакимиәте менән берлектә эшләү зарур. Закондар үҙгәреп тора – уларға өлгөрөр кәрәк. Башҡа райондарҙа инвалидтар субсидия алыуға өлгәшә. Мәҫәлән, “Росземконтроль”гә Мәскәү аҡсаһын алып бирешергә ярҙам иттем. Башты эшләтһәң, аҡса сығартыу юлдары бар», - тине.
Район ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйесе Р. Салауатова: “Шифаханаларға юлламалар биреүҙә асыҡлыҡ булһын.Страховка бүлегенә кемдәр ғариза биргән, шуларҙың теҙмәһе беҙгә лә кәрәк. ”Уңайлы мөхит” район үҙәк дауаханаһында юҡ – һикәлтәһенән менеп-төшөүе үҙе бер бәлә. Плиталар ярылып бөткән», - тине.
Район хакимиәтендә ОКС начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Ҡолһарин: “Уңайлы мөхит” программаһы эшләйме-юҡмы, тип ойошма-учреждениелар, магазиндар, сауҙа үҙәктәре, төрлө хеҙмәт күрһәтеүсе салондар буйлап йөрөп сыҡтыҡ – беҙҙең районда “Уңайлы мөхит” 95 процентҡа эшләмәй. Күбеһендә “саҡырыу кнопкаһы” юҡ йә исем өсөн тора – батареяларының көсө бөткән, пандустар ҙа бик һирәктәрҙә, шәхси эшҡыуарҙар был тәңгәлдә эшләмәй”, - тине.
Т. Кинйәбаев: “Үҙәк дауаханаға менгән һикәлтәләрҙә таянғыс юҡ. Дауаханаға сирле кешеләр йөрөй. Анализ бирергә барһаң, тауға менеү бер проблема. Ошо беренсе хәл итә торған мәсьәлә”, - тине.
Социаль страховка бүлегенең Бөрйән филиалы етәксеһе Т. Рәхмәтуллина: “Әле шифаханаларға юлламаны беҙҙә 2019 йылдың 31 мартына тиклем иҫәпкә торған инвалидтар сират буйынса ала. Был сиратты боҙа алмайбыҙ. Ҡануниәт үҙгәреп тора: участка табибынан юллама өсөн белешмә алалар, ә ул бер йылдан һуң иҫкерә. Шифаханаға барып ҡайтҡас, инвалидтар беҙгә тейешле документтары менән килеп, яңынан сиратҡа торорға тейеш”, - тине.
Координация советы ултырышында инвалидтарға ҡағылышлы закондар, яңылыҡтар менән район гәзите биттәрендә, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә эштәре инвалидтар менән бәйле һәр хеҙмәттең белгестәре аңлатма, белешмә, мәғлүмәт биреү маҡсатында даими сығыш яһарға тейеш, инвалидтар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тигән һығымта яһалды.