Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2021, 09:00

Баҡсалының ашы күп

Ҡоролоҡ булыу сәбәпле, быйыл йәшелсә-емеш үҫтереү ауырғараҡ тура килә. Ләкин ғүмер буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡайһы бер райондаштарыбыҙ бер сараһын табырға тырыша.

Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп

Ҡоролоҡ булыу сәбәпле, быйыл йәшелсә-емеш үҫтереү ауырғараҡ тура килә. Ләкин ғүмер буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡайһы бер райондаштарыбыҙ бер сараһын табырға тырыша.

Нәби ауылынан Туҡтамышева Рәйлә Ҡорманғәле ҡыҙы ла шундайҙарҙан. Район баҙарында йыш ҡына алма һатып торған инәйҙе, бәлки, гәзит уҡыусылар фотонан танығандыр.

Рәйлә Ҡорманғәле ҡыҙы 1958 йылдың 10 ғинуарында Әбделмәмбәт ауылында донъяға килә. Байназар урта мәктәбендә белем ала. Стәрлетамаҡ мәҙәни- ағартыу училищеһын тамамлай.
1986 йылда Нәби ауылына килен булып төшкәс, балалар баҡсаһына эшкә инә. Артабан Нәби мәктәбендә йыр һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Һуңынан мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыға.


Тормош ҡороп йәшәй башлағанына 5-6 йыл самаһы үткәс, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә тотона. Ауылдашы Ҡотлоғәлләмов Мансур бабайҙан дүрт төп алмағас алып ултырта. Ул бабай йыл һайын ағастарға прививка яһап тора. Алмаһы тәүге осорҙа булмай, бер-нисә йылдан һуң ғына емеш бирә башлай.

“Мансур бабайға мәңге рәхмәтлемен. Алмаларҙың “Башкирская красавица”, “Белый налив” кеүек төрлө сорттары бар. Йәшел, һары, ҡыҙыл төҫтәргә сорналып тулышып ултыралар. Беҙ бер ниндәй ҙә химикат ҡулланмайбыҙ, көҙөн ашламалар һибәбеҙ, даими һыу ҡойоп торабыҙ. Йыйып бөтә алмағандарын ҡоштарға ҡалдырабыҙ, мәрхүмдәр рухына хәйер итеп тә таратабыҙ», - ти, йылмайып, уңған хужабикә. “Алмағас үҙе бер мөғжизә. Тыныс төнгө һиллектә тышҡа сығып ҡарап торһаң, тып итеп алма килеп төшә, ғәжәйеп!» – тип өҫтәй Рәйлә инәй.
- Алмағастың ботаҡтарын һораусылар ҙа юҡ түгел. Мансур бабайҙан алып ултыртҡан үҙемдең алмалар икенсе быуын булһа, минән Вәлитов Рәсүл, Маликов Рауил ағайҙарҙың алғаны өсөнсө быуын. Алмағас ботаҡтары әрһеҙ бит ул, үҫә лә китә, хатта ботағын өҫтәп ялғап ҡуйһаң да алма бирә, - тип алма үҫтереү серҙәре менән дә бүлеште.


Хужаларҙың уңғанлығы йорт-ихатаһынан күренеп тора. Ишек алдары киң, бөхтә. Ҡапҡалары сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән. Баҡсаларында петуния, роза, георгиндар күҙҙең яуын алһа, өйҙә тәҙрә төптәрендә лә гөлдәре сәскәгә күмелеп ултыра.


Рәйлә Ҡорманғәле ҡыҙы йорт хужалығында етештергән продукцияһын район үҙәге баҙарына, йәрминкәләргә йыш алып сыға. Яҙ башланыу менән кәбеҫтә, помидор һәм гөл-сәскә үҫентеләре, төрлө сорттағы георгиндәр, йәйен виктория, ҡурай еләге кеүек емеш-еләк менән һатыу итә. Йәшелсәһенән салаттар эшләй, ҡыярын да тоҙлай.
Шулай уҡ һыйырының бер тамсы ағын да әрәм итмәй. Эшкәртеп, туғандарын, бала-сағаларын ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот менән һыйлай, баҙарға ла сығарып һата. Хатта райондан ғына түгел, сит яҡтарҙан да ауыл ризығын һораусылар бар, ти Рәйлә инәй.


Бынан тыш, әсе икмәк, бәлештәр ҙә тәҡдим итә.
Әхирәттәре, һатып алыусылар Рәйлә инәйҙе белеп бөткән. Бер аҙна баҙарға бармаһа, һатыуға ниңә сыҡманың, ҡайҙа беҙҙең тауар, тип һорай башлайҙар икән. Ауырыу таралған осорҙа тауар һатыуҙы туҡтатып торороға тура килгән уға.


Шулай итеп үҙенә килем, халыҡҡа файҙа килтерә уңған хужабикә. Аҡсалының эше күп, баҡсалының ашы күп, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Ауыл хужалығы тауарҙарын һатып, байтаҡ аҡса эшләй ул. Һөт ризыҡтарынан 7-8 мең һум, алманан былтыр 10 мең, быйыл иһә 5-6 мең һум килем алған.


Хаҡлы ялға сыҡҡандан алып, ун йылға яҡын ошо эш менән шөғөлләнә. Тырышлығы бушҡа китмәй уның. Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, тигәндәй, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Тормош иптәше Фәнил Исмәғил улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өсөһө лә эйәле-башлы булғандар. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ - өс бала әсәһе. Белорет ҡалаһында йәшәй. Балалар баҡсаһында методист булып эшләй. Улдары Динар - хәрби кеше. Сүриәлә хеҙмәт итеп ҡайтҡан, әлеге ваҡытта Әлкәлә контракт буйынса хеҙмәт итә. Ҡурғашлы һылыуы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ә кесе ҡыҙҙары Зөлфиә үҙҙәре менән бергә тора. Уның йүгерешеп йөрөгән өс бәләкәй генә сабыйҙары ҡаршы алды беҙҙе. Рәйлә Ҡорманғәле ҡыҙына алдағы йылдарҙа ла баҡсаһынан мул уңыш алырға яҙһын, һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Баҡсалының ашы күп
Автор: Айгиз Буранғолов.
Читайте нас