Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2021, 09:00

Ҡорот – шәп ризыҡ!

Ҡояш нурҙарына иркәләнеп, теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәремде асам. Өйҙә тыуыш-тын юҡ.

Ҡорот – шәп ризыҡ!
Ҡорот – шәп ризыҡ!

Ҡояш нурҙарына иркәләнеп, теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәремде асам. Өйҙә тыуыш-тын юҡ.

Эргәлә мыш-мыш килеп һеңлеләрем йоҡлай. Әсәйем, моғайын, аласыҡталыр. Торғом килмәһә лә, карауатымдан тороп, тышҡа ыңғайлайым. Эштәре бик ҡабалан булмаһа, әсәйем мине уята һалмай ул.


Аласыҡта сепарат тауышы сыға. Әсәйем үҙе тыштағы усаҡҡа ут яғып йөрөй. «Ә-ә, торҙоңдамы», - тип ҡаршыланы ул мине. «Бына хәҙер ҡорот ҡайнатырға ҡуям, болғап-һапырып торорһоң, ҡара уны, онотоп ҡуйма, минең башҡа эштәрем бар», - тип миңә бик яуаплы эш тапшырып та ҡуйҙы. Беләм, әгәр һапырып тормаһаң, эркет ҡоротҡа түгел, ә эремсек кеүек бер массаға әйләнә. Шуға ла үҙ эшемде ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙым.


Ҡорот - ул башҡорт халҡының милли ризығы. Өләсәй-олатайҙар борондан ашты йәки һурпаны ҡоротлап эскән. Ҡоротто төрлөсә ҡулланырға мөмкин: шыйыҡ көйө (һарҡытылмаған), һарҡытылған (шәкәр һибеп, сәйгә ҡушып эсһәң дә була), киптерелгән һәм ыҫланған. Киптерелгән һәм ыҫланған ҡоротто бик оҙаҡ һаҡларға була, боҙолмай. Ошо ябай ғына һөт ризығының файҙаһы ифрат ҙур. Юҡҡа ғына майлы һурпаны ҡоротлап эсмәгәндәр - ул майҙы яндыра, йәғни холестеринды бөтөрә. Эҫеләрҙә сәйгә ҡушып йәки айран итеп эсһәң дә һыуһынды ҡандыра (аспирин урынына ла ҡулланырға мөмкин).


Ҡорот ашаған кешенең иммунитеты ныҡ була. Шуға ла уңған хужабикәләр һөт ризығының тамсыһын да әрәм итмәй, ҡышҡылыҡҡа етәрлек итеп әҙерләп ҡуя.

Автор:Вәсилә Әйүпова, Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: