Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2021, 10:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Көндәр аяуһыҙ эҫе тора. Ут менән үтә лә һаҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Көндәр аяуһыҙ эҫе тора. Ут менән үтә лә һаҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ.

Демография
Үткән аҙнала районда 4 сабый тыуған, 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Айырылышыу осраҡтары булмаған.


01 хәбәр итә
Теге аҙнала районда 2 янғын теркәлгән: Исламбайҙа элекке ферма бинаһы янған, Яңы Монасипта ике хужалыҡта өс өй көл-күмергә ҡалған. Бынан тыш, 3 урман янғыны теркәлгән.
Хөрмәтле райондаштар! Көндәр аяуһыҙ эҫе тора. Ут менән үтә лә һаҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ.


02 хәбәр итә
Августың 16-һынан 23-өнә тиклемге осорҙа район бу-йынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 65 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә үлтереү менән янау (1), йәмғиәт урынында иҫереп йөрөү (2), ғаилә низағы (1), административ сикләүҙәрҙе һанға һуҡмау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (2), эскән килеш ҡабатлап руль артына ултырыу (1), янғындар тураһында хәбәрҙәр (7), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (3), законһыҙ хәмер һатыу (1), шәхси мөлкәт һәм документтар юғалтыу (3), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (4), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (1), граждандарҙың тыныслығын боҙоу (1) һ.б. бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 84 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 55. 2 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: