- Ғаиләлә 5 ҡыҙ үҫтек. Күҙем генә күрмәй хәҙер, хәтерем һәйбәт былай. Мин кисергәндәрҙе Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен инде. Бала сағым һуғыш осорона тура килде.
Сафина (Солтанғолова) Иркә, 89 йәш, Ғәҙелгәрәй ауылы.
Күгәрсен районының Һөйөш ауылында тыуып-үҫеп, ауыр тормош юлы үткән, иртә генә тормош иптәшен, олоғайған көнөндә берҙән-бер улын юғалтҡан Иркә инәй Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәттәрен уҡып, бер үҙе көн күрә.
- Ғаиләлә 5 ҡыҙ үҫтек. Күҙем генә күрмәй хәҙер, хәтерем һәйбәт былай. Мин кисергәндәрҙе Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен инде. Бала сағым һуғыш осорона тура килде. Атайымды һуғышҡа алдылар. Балаларымды һағындым, тип 2 тапҡыр ҡайтып киткәнен иҫләйем. Һуғышта бер ҡулын юғалтты. Ҡайта алманы атайым, хәбәрһеҙ юғалды. Элекке заманда уҡыу эләкмәне беҙгә, 4 класс ҡына тамамланым. Үҫә төшкәс фермаға эшкә сыҡтым. 17 йәшемдә кейәүгә бирмәксе булып икенсе ауылға һауынсы итеп саҡырғайнылар, белеп ҡалып, ҡасып ҡайттым.
Ҡышын ағас ташырға йөрөнөк. Ағас оҙон, ә беҙҙең саналар бәләкәй, сананың артын ағас һыймалы итеп оҙонайтып эшләп алабыҙ. Икешәрләп һөрәйбеҙ сананы. Бер мәл арҡан бәйләгән арала өҫтөмә бүрәнәләр ауа яҙҙы. Бәләкәй саҡта тулы кәүҙәле булдым, шулай ҙа сосайып, ситкә тәгәрәнем. Буран сыҡһа, бигерәк ҡыйын була ине. Ҡара ер күренгәс, бүрәнәне ағыҙыу башлана, шулай бүрәнә тартыуҙан ҡотолоп ҡалабыҙ. Унда ла бер үлемдән ҡотолдом - һыуға төшкәйнем, өйөрөлтмәккә эләктемме, һыу төбөнә төштөм дә ултырҙым. Күҙемде асып ҡарайым, һыу аҫты эй яҡты күренә. Бер ағай ҡотҡарҙы мине.
Кейәүгә барғас, 11 йыл Ырғыҙлыла йәшәнек, 1987 йылда Ғәҙелгәрәйгә күстек. Иптәшем менән икебеҙ ҙә колхозда төрлө эштәрҙә эшләнек.
Күршеләрем һәйбәт, мине ҡараштыралар, мунсаға ла саҡыралар. Әҡлимә килен иҙәнемде йыуып, эшемде эшләп китә. Сәкинә көн дә тиерлек хәлемде белеп тора. Ололарҙы ҡараусы ла килеп йөрөй. Апайымдың Өфөләге ҡыҙы үҙенә саҡыра, тик кешене борсоп йөрөгөм килмәй. Кешелә йәшәргә ҡыйынһынам. Үҙемде нисек булһа ла ҡарай алырлыҡ хәлдәмен әле. Аяттарға йөрөнөм, хәҙер күҙ күрмәгәс, кеше араһында ултыра алмайым, бармайым шуға.
Йәштәр матур йәшәһен, тырышып эшләһен, һуғыш афәте булмаһын, - тип тамамланы инәй һүҙен.
Ҡул эштәренә маһир, егәрле, бәйләргә яратҡан Иркә инәй йырларға ла әүәҫ.