Үтә эҫе һауа торошо урынлашыуға бәйле, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге урман фондында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.
Янғын хәүефе барлыҡҡа килгән осор башланғандан алып сыҡҡан янғындарҙың 102-һенең сәбәбе кеше факторына бәйле. Шул иҫәптән ағымдағы йылдың 14 авгусынан 16 авгусына тиклем теркәлгән 13 янғындың да сәбәбе, тәүтикшереүҙәр күрһәтеүенсә, халыҡтың ут менән һаҡ эш итмәүенә бәйләнгән.
Урмандарҙа янғын хәүефе класы артыуҙы иҫәпкә алып һәм тәбиғи янғындарға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең килеп сығыуын булдырмау маҡсатында ағымдағы йылдың 16 авгусынан 5 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһындағы 9 район (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла) биләмәһендә граждандарҙың урмандарҙа булы-уына һәм транспорт средстволарының урмандарға инеүенә сикләү режимы индерелә.
Ошоға бәйле патруль-күҙәтеү төркөмдәре менән берлектә көн һайын урман биләмәләрендә патрулләү ойоштороласаҡ.
Янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Тәғәйен алғанда, административ штрафтарҙың күләме түбәндәгесә: физик шәхестәргә – 4000 һумдан 5000 һумға тиклем, юридик берәмектәргә – 300 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.
Хөрмәтле райондаштар! Урмандарыбыҙҙы ҡот осҡос янғындарҙан һаҡлау маҡсатында махсус режим талаптарын теүәл үтәргә тырышайыҡ!