1932 йылғы Ирғәле Вәлиев - Ҡолғана ауылы уҙаманы. 90 йәшлек оло юбиле-йын билдәләүгә лә күп ҡалмаған. Шөкөр, егеттәрсә етеҙ йөрөп донъя көтә ул.
Йәйен-ҡышын мал, ҡош-ҡорт ҡарап күнеккән кешегә әлеге мәлдә лә эш муйындан – ауыл еренә хас ишек алдындағы ваҡ эштәр менән көн үткәрә. Балаларының бесәндән ҡайтыуҙарына ашарға бешереп ҡуйырға ла аптырамай Ирғәле бабай.
-Һуңғы өс йыл инде өй ҡарап тороу һылтауы менән бесәнгә мине алып йөрөмәй башланылар.
Хәләл ефетем Фәйрүзә менән 6 бала ҡарап үҫтерҙек. Әбейемдең яҡты донъянан китеүенә лә 5 йыл булып китте. Әле кинйә ҡыҙым Мәүлиҙә менән бер ихатала йәшәп ятабыҙ. Кейәүем үлеп китте, ике ейәнем, ейәнсәрем менән бергәләшеп «һин дә мин» донъя көтөргә тырышып ятабыҙ, - ти бабай.
Бигерәк тә ейәне Айҙарҙың үҫеп етеп, ир ҡорона инеүе бабайҙың ҙур һөйөнөсө – бесән сабыу, йыйыу, ташып алыу, утын хәстәрләү уның иңендә бит. Атаһынан ҡалған тәгәрмәсле трактор булғас, уҡып, права ла алып ҡуйған.
Мин бабайҙың өйөнә барып ингәндә утһыҙ-ниһеҙ “Таң” гәзите уҡып ятҡанын күреп, аптырабыраҡ ҡуйғайным. Ахыры, һиндә һунарсылыҡ ҡомары барҙыр бабай, тип ҡуйҙым.
- Эйе, улым, һуғыш йылдарындағы етешһеҙ заман өйрәтте беҙҙе һунарсы булырға. Беҙ, 11-12 йәшлек малайҙар, ҡыр кәзәһе аулар инек. Ул ғына ла түгел, айыуға ла һунарға йөрөнөк.
Мылтыҡ прикладына киртеп бармаһам да үҙ ғүмеремдә 11 айыу алырға насип булды. Уларҙың һәр береһенә ҡағылышлы үҙ тарихы бар. Быныһы инде икенсе яҙмалар өсөн тема.
Ҡалай яҡшы булды, улым, килеп йөрө шулай, - тип ҡапҡа төбөнә сығып оҙатып ҡалды Ирғәле бабай.