Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 76 протокол төҙөлгән.
Демография
Үтеп киткән аҙнала үлем кимәле тыуымдан 4 тапҡырға артып киткән: 2 сабый тыуған, 8 кеше яҡты донъя менән бәхилләшкән. Уның ҡарауы 6 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыуҙар булмаған.
01 хәбәр итә
4 урман янғыны теркәлгән. Мәһәҙейҙә комбайнға ут тоҡанған. Иҫке Собханғолда янғын хаҡында бер ялған хәбәр булған.
02 хәбәр итә
Августың 9-ынан 16-һына тиклемге осорҙа ра-йон буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 63 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә үлтереү менән янау (1), бинаға үтеп инеп урлашыу (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), хәбәрһеҙ юғалыу (1), мутлашыу (1), урман янғындары хаҡында хәбәрҙәр (9), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (3), законһыҙ эшҡыуарлыҡ (1), шәхси мөлкәт һәм документтар юғалтыу (3), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (1), ваҡ урлашыу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 76 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 68. 3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.