Ошо көндәрҙә район үҙәгендә урынлашҡан “Яугир” спорт клубының Әбделмәмбәт ауылы филиалы тәрбиәләнеүсеһе Шәмиғолов Иштуған Ислам улы “Панкратион” спорт көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты дәрәжәһен алды.
- Спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
- 5-6 йәштән алып спорт менән дуҫмын. Мәктәп йылдарында еңел атлетика буйынса Президент ярыштарында йыш ҡатнаштым. Шулай уҡ баскетбол, өҫтәл теннисы, хоккей уйнай торғайным. Панкратион менән быйыл ғинуар айынан шөғөлләнә башланым.
- Төрлө ярыштарҙа, республика, Рәсәй чемпионаттарында ҡатнашҡанһың, иң иҫтә ҡалғандары ҡайһылары?
- Республика һәм Волга буйы федераль округы беренселегендә чемпион булдым. Рәсәй чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаным. Ҡазан ҡалаһында грэпплинг буйынса уҙған “Изге Рамаҙан кубогы” асыҡ турнирында донъя һәм европа чемпиондары араһында 4-се урын алдым. ММА ҡатнаш көрәш буйынса Башҡортостанда 2-се урын яуланым.
- Яңыраҡ панкратион буйынса Рәсәй спорт мастеры кандидаты булдың, бындай һөҙөмтәгә нисек өлгәштең?
- 8-се класта милли көрәш менән мауығып киттем. Һуңынан ике йыл дауамында грепплинг менән шөғөлләндем, хәҙер панкратионға күстем. Ошо ваҡыт эсендә ҙур тәжрибә туплап өлгөрҙөм. Был үҙ һөҙөмтәһен бирҙе - ҙур еңеүҙәргә килтерҙе.
- Панкратион спорт төрөнөң үҙенсәлектәрен һөйләп китһәң ине.
-Панкратион – иң боронғо көрәш төрҙәренең береһе. Көрәш ысулы хәҙерге ММА-ға оҡшаған, каратэ, дзюдо, бокс кеүек көрәш элементтарын үҙ эсенә ала.
- Тән йәрәхәттәре алғаның булдымы?
- Яңыраҡ күнекмә яһаған мәлдә тубығымды имгәттем. Ҡул-аяҡ яралары даими булып тора. Физкультура – һауыҡтыра, спорт – ауырттыра, тип дөрөҫ әйтәләр. Ләкин яратҡан шөғөлөмдө ташларға йыйынмайым.
- Тормош девизың ниндәй?
- Спортта һәм тормошта бер ҡасан да еңелмәҫкә, ауырлыҡтарға бирешмәй, аҙаҡҡа тиклем барырға.
- Гәзит уҡыусыларға, йәштәргә ниндәй теләктәрең бар?
- Мөмкин тиклем күберәк спорт менән шөғөлләнһендәр.
- Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән янаһың?
- Донъя кимәленә сығырға, профессиональ көрәшсе булырға хыялланам, ти Республика чемпионаттары еңеүсеһе, Рәсәй чемпионаты ҡатнашыусыһы Иштуған Ислам улы.