Бөгөнгө көнгә гостехнадзор инспекцияһында Бөрйән районы буйынса 1050-нән артығыраҡ берәмек үҙйөрөшлө машина теркәлгән. Шуларҙың 90 проценты самаһы шәхси хужалыҡтарға тура килә.
Һүҙ юҡ, тракторҙар ауыл ерендә байтаҡ эштәрҙе башҡарыу өсөн алыштырғыһыҙ техника булып тора. Күп кенә техника хужалары үҙҙәренең машиналарының техник торошона даими иғтибар итеп, уларҙы төҙөк хәлдә файҙаланырға тырыша. Ләкин үҙйөрөшлө техниканы файҙаланғанда уларҙы эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары ла байтаҡ.
Ағымдағы йылдың 5-6 авгусында “Трактор” тип исемләнгән иҫкәртеү операцияһы сиктәрендә күсмә саралар ойошторолдо. Унда Әбйәлил районынан гостехнадзор инспекцияһы секторы мөдире Ҡасим Вәсил улы Тайсин һәм Бөрйән районы буйынса гостехнадзор инспекцияһы консультанты Салауат Мөбәрәк улы Ишморатов, 6 августа үткән иҫкәртеү сараһында ЮХХДИ-ның Бөрйән районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
5 августа үткән тикшереү түбәндәге биләмәләрҙе үҙ эсенә алды: Иҫке Собханғол – Белорет автомобиль юлы, Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендәге Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Әбделмәмбәт ауылдары, Ҡолғана ауыл хакимиәтендәге Ҡолғана ауылы, Байназар ауыл хакимиәтенә ҡараған Яуымбай, Байназар, Ҡурғашлы ауылдары.
Рейд барышында линияла 9 берәмек техника тикшерелде, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 6 протокол тултырылды. Иҫке Собханғол – Белорет автомобиль юлында техник күҙәтеү үтмәгән төҙөк булмаған техника менән идара итеүсе кешегә ҡарата протокол төҙөлдө. Ҡолғанала ошондай 3 осраҡ асыҡланды. Яуымбайҙа тракторист-машинист танытмаһы булмаған килеш техника менән идара итеү, Әбделмәмбәттә йәшәүсе граждандың дәүләт теркәү билдәһе булмаған трактор менән идара итеү осрағы теркәлде. Административ хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйған кешеләргә ҡарата РФ КоАП-ы нигеҙендә яза сараһы ҡулланылды.
6 августа рейдтар Әтек ауыл биләмәһендә, Иҫке Собханғол – Темәс автомобиль юлында үтте.
Ҡулланылыу барышында өс берәмек техника тикшерелде һәм 1 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланды. Әтектә “Беларусь-82.1” тракторы хужаһына ҡарата төҙөк булмаған тракторҙы файҙаланған өсөн протокол төҙөлдө.
Сара барышында техниканы артабан теркәү өсөн номер агрегаттары сағыштырылды. Ҡолғанала һәм Яуымбайҙа шәхси хужаларҙың тракторҙары ҡаралды.
Шулай уҡ бер юлы ҡайһы бер тракторҙарға өҫтәмә техник күҙәтеү ҙә ойошторолдо.
Трактор хужалары техникаларын тейешле тәртиптә теркәтеп, ваҡытында техник күҙәтеүгә сығарып торорға бурыслы. Бары тик төҙөк техника ғына файҙаланылырға тейеш.