Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2021, 13:00

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?

12 августан район үҙәгендә мәктәп баҙары эшләй башланы. Мәктәп кейемдәренә уртаса хаҡтар ошолайыраҡ.

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Мәктәпкә әҙерһегеҙме?

12 августан район үҙәгендә мәктәп баҙары эшләй башланы. Мәктәп кейемдәренә уртаса хаҡтар ошолайыраҡ.

Районда ата-әсәләр балаларын мәктәпкә әҙерләй башланымы, ниндәй форма һайланылар, ҡайҙа һатып алалар, хаҡтар нисек, уҡыусы балаларға тәғәйенләнгән 10 мең күләмендәге аҡсалата ярҙам еттеме – ошо һәм башҡа һорауҙар менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.

Ә. Сәғитова, Ғәҙелгәрәй ауылы:
-Беҙҙең ғаиләлә 1 уҡыусы һәм 1 студент. Үткән йыл яҡшы ғына кейендергәйнек, быйылға күп әйбер алырға кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең Бөрйәндәге магазиндарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Аяҡ кейе-ме һәм уҡыу-яҙыу кәрәк-яраҡтары алаһы бар.


Г. Ҡарағолова, Байназар ауылы:
-Иң бәләкәсебеҙ 7-се класҡа бара. Мәктәпкә әҙерләнеп бөттөк, тиһәң дә була. Быйыл дөйөм формала барасаҡбыҙ - кейемдәрҙе ҡара күк төҫтә алдыҡ. Уҡыусылар өсөн бирелгән аҡса бик ҙур ярҙам булды. Хәҙер нәмә ҡыйбат бит, алған әйберҙәрҙең хаҡы ул сумманан артып китте.


Р. Миндеғолова, Килдеғол ауылы:
-Әле кейемдәр алмағанбыҙ. Белорет ҡалаһына барырға уйлап йөрөйбөҙ. Әллә Путиндың түләүе менән бәйлеме, Бөрйәндә магазиндарҙа әйберҙәрҙең хаҡы бик ныҡ артҡан. Ә былай 10 меңгә бер баланы кейендерергә булалыр, тип уйлайым.


Р. Иманғолова, Мәндәғол ауылы:
- Улым 9-сы класҡа бара. Бөтә әйберҙәрҙе лә Бөрйәндән алдыҡ. Хаҡтар төрлөсә. Уртаса хаҡ менән үҙенә оҡшағанын алырға тырыштыҡ.


Г. Ғәзизова, Иҫке Собханғол ауылы:
-Камил улым 5-се класҡа, ҡыҙым 9-сы класҡа бара. Өлкәнебеҙ студент, иң кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй. Камилды баҙарҙа кейендерҙек. Ҡыҙыма Өфөнән барып аласаҡбыҙ. Самалап ҡарап алһаң, 10 мең һум етә. Беҙ әле берешәр малайҙар күлдәге, салбар алдыҡ, алмашҡа тағы алаһы бар.


Р. Буранғолова, Байназар ауылы:
-Бөгөн костюм, спорт кейеме, портфель, канцелярия тауарҙары алдыҡ. Мәктәп баҙарында һайлау мөмкинлеге бар. 10 мең һум беҙгә кейенеүгә етмәй ҡалды.
И. Ғәбитова, Иҫке Собханғол ауылы:
-Бөрйәндә әйберҙәр бик ҡыйбат, беҙ Белореттан барып алдыҡ. Уҡыу кәрәк-яраҡтары ғына алаһы ҡалды. Алынған әйберҙәр хаҡы социаль түләү суммаһынан артып китте, шулай ҙа бик яҡшы ярҙам булды.


Баймырҙиндар, Иҫке Мөсәт ауылы:
-Ғаиләбеҙҙә биш бала. 1, 3 һәм 9-сы кластарға уҡырға баралар. Әле мәктәп баҙарынан спорт формалары, костюмдар, аяҡ кейемдәре алдыҡ. Хөкүмәткә ярҙам өсөн, рәхмәт. Шул аҡсаны еткерергә тырышабыҙ.

12 августан район үҙәгендә мәктәп баҙары эшләй башланы. Мәктәп кейемдәренә уртаса хаҡтар ошолайыраҡ:
малайҙар салбары 600 һумдан алып 1500-гә тиклем, спорт формалары 1000, 1500 һумдан башлана, ҡыҙҙар формаһы 2000 һум, ҡыҙҙарға блузка 700-800 һум тирәһе, сарафан 800-1000 һумдан, малайҙар күлдәге 450 һумдан алып, итәк (юбка) 500-700 һум, жилет 600 һумдан, алъяпҡыс 500 һумдан, портфель 900-1000 һумдан башлана.

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Автор: Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас