Башҡортостан йәмәғәтселеге “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сыҡҡан ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кәрәклеген тикшерә.
- Йыл һайын ошо конкурста еңеүселәргә 2-5 млн. һумлыҡ сертификаттар тапшырылып, ул урындағы төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтелә. Үкенескә күрә, “Айыҡ ауыл”дарҙа ла спиртлы эсемлектәр, хатта суррогат һатылған осраҡтар бар. Былай булырға тейеш түгел. Ауылдар үҙҙәре яулап алған исемгә лайыҡлы булырға һәм ысынбарлыҡта айыҡ булырға тейеш”, - тип иҫәпләй РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Уның фекеренсә, проблеманы ҡануниәт кимәлендә хәл итергә мөмкин. Башҡортостанда конкрет ауылда халыҡ йыйыны ҡарары менән алкоголь һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителгән, әммә бер генә ауылда ла (“Айыҡ ауыл”дар ҙа шул иҫәптә) ошо тыйыу индерелмәгән.
Спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу мәсьәләһен 2019, 2020 йылдарҙа конкурста еңеп сыҡҡан ауылдарҙа ла тикшерәләр. Ошондай йыйындар Ейәнсура районының Үрген, Хәйбулла районының Әбүбәкер, Әбйәлил районының Таштимер, Күгәрсен районының Исем, Бөрйән районының Брәтәк, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылдарында үтте лә инде.
“Ауыл халҡы, нигеҙҙә, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу идеяһын хуп-лай. Әйткәндәй, һатылһын, тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Бәғзе бер ауылдар уйланырға һәм бер ҡарарға килергә ваҡыт кәрәк, тине”, - ти депутат.
Был идеяны Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы, БДМУ профессоры, РФ-ның атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ла күтәреп сыҡты. Уның әйтеүенсә, июндә үткән Ҡоролтай кәңәшмәһе алкоголле эсемлектәрҙең әйләнеше өлкәһендә закондарҙы бойомға ашырыу мәсьәләләренә арналған. “Беҙ йәмәғәтселеккә “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сыҡҡан ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыуға ирешеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Төбәк ҡануниәтендә был ҡаралған – ауыл сходы ҡарары мәсьәләне хәл итә ала”, - тине ул.
Йәмәғәтселек “Айыҡ ауыл” статусын алған ауылдар айыҡ тормош алып барырға тейеш, тип иҫәпләй. Һәр ошондай ауылға ингән ергә банер ҡуйылып, унда спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эсеү тыйылған, тигән яҙыу торорға тейеш.