

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның ултырышы үтте.
Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның ултырышы үтте. Уны ра-йон хакимиәте башлығы – ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Ғ. Манапов алып барҙы.
Көн тәртибенә ике мәсьәлә сығарылды: район биләмәһендәге урмандарҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү, Бөрйән урмансылығы биләмәһендәге урман янғындарын һүндереү.
28-се янғын һағы хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Р. Фәйзуллин районға ауылдарҙы урман янғындарынан һаҡлау өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ике эшелон килеүе тураһында хәбәр итте.
БР Урман хужалығы минис-тры урынбаҫары А. Носратуллин урман янғындарын һүндереүгә күпме кеше һәм техника бүленеүе тураһында әйтте һәм урындағы халыҡты һәм средстволарҙы ла йәлеп итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов Белореттан өҫтәмә техника килеүе хаҡында белдерҙе.
Комиссия ултырышында районда “Урмандарҙа ғәҙәттән тыш хәл” режимы һәм урында идаралыҡ органдары, яуаплы кешеләр һәм средстволар өсөн “Юғары әҙерлек” режимы индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ғ. Манапов етәкселегендә оператив штаб ойошторолдо.
“Бөрйән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһына килеп тыуған хәлде баһалап, урман янғындарын тулыһынса һүндереү өсөн саралар ҡабул итергә, был сараларға кеше көстәре һәм средстволар билдәләргә, бынан тыш, янғындарҙың таралыуына юл ҡуймаҫҡа, иҫкәртеүсе минераллаштырылған һыҙаттар булдырырға, янғындарҙы һүндереүгә урындағы халыҡты йәлеп итергә тәҡдим ителде.
Шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙарына хәүефле хәл килеп тыуған осраҡта халыҡты хәүефһеҙ урындарға эвакуациялау ихтималлығына ваҡытлыса йәшәү урындары билдәләү, уларҙың туҡланыуын ойош-тороу мәсьәләләрен күҙ уңында тоторға ҡушылды.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә мәғлүмәт-аналитика бүлеге менән берлектә “Ҡыҙыу линия” телефоны булдырырға әйтелде.
Ултырышта эске эштәр бүлеге, янғын һағы хеҙмәте, үҙәк дауахана, мәғлүмәт-аналитика бүлеге, юл төҙөү һәм ремотлау идаралығы, район хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары алдында ла тейешле бурыстар ҡуйылды.
8 авгусҡа ҡарата райондың урман фонды биләмәләрендә дөйөм майҙаны 102 гектар самаһы тәшкил иткән 12 урман янғыны теркәлгән ине. 9 авгусҡа улар 17-гә еткән. 88 кеше һәм 42 берәмек техника йәлеп ителгән.
Урман янғындарына бәйле, 2021 йылдың 8 авгусында 10.00 сәғәттә “Урмандарҙа ғәҙәттән тыш хәл” режимы индерелде. Ул айырым күрһәтмәгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
“Ҡыҙыу линия” телефоны эшләй – 3-52-80.
Хөрмәтле райондаштар! Урмандарҙа хәл бик ҡатмарлы. Урманда усаҡ яҡмағыҙ, тәмәке төпсөктәре ташламағыҙ. Берәй ут йәки төтөн күреп ҡалһағыҙ, был турала шунда уҡ 101, 112 йәки 3-52-80 һандары буйынса мөрәжәғәт итә һалығыҙ. Әгәр ут шашып өлгөрмәгән икән, мөмкин булған тик-лем ысулдар менән уларҙы һүндерә башлағыҙ.