Хөрмәтле райондаштар! Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы беҙҙән икеләтә уяулыҡ, һаҡлыҡ талап итә. Иғтибарлы булайыҡ!
Демография
Үтеп киткән аҙнала ра-йонда 6 сабый тыуған. 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 1 ғаилә тарҡалған. 5 кеше донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
2 август көнө Иҫке Мөсәттә бер өйгә ут тоҡанған.
Хөрмәтле райондаштар! Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы беҙҙән икеләтә уяулыҡ, һаҡлыҡ талап итә. Иғтибарлы булайыҡ!
02 хәбәр итә
Үткән аҙнала район бу-йынса эске эштәр бүлек-сәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 91 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), урман янғындары тураһында хәбәрҙәр (24), туғанлыҡ бәйләнештәрен юғалтыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (7), дауаханаға алып барыу (5), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), милек-хужалыҡ бәхәсе (2), битлек режимын боҙоу (2), ғаилә низағы (2), граждандарҙың тыныслығын боҙоу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 48 административ протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 34. 5 кеше хәмер ҡулланған килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.