-Ауылда мине иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны - бал ҡорттары.
Кейекбай ауылында ҡортсолар династияһын дауам итеүсе Юлай һәм Луиза Әминовтар умартасылыҡ буйынса үҙ эштәрен асып, бөрйән балының данын арттырыусы тырыш ғаиләләрҙең береһе.
Юлай Фирғәт улы һөнәре буйынса граждандар авиацияһы пилоты, ә Луиза Шәмсетдин ҡыҙы юрист, иҡтисадсы. Мәскәүҙә танышып, 2004 йылда ғаилә ҡоралар һәм ошоға тиклем баш ҡалала йәшәйҙәр. Иптәшенең эше менән бәйле, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәргә тура килһә лә, Баймаҡ ҡыҙы Луиза апай Бөрйәнде тыуған төйәге итеп һанай - йәйге ялдарҙа, отпускыла Кейекбайға ҡайтҡандарында Бөрйән тәбиғәтенә, ауыл тормошона ғашиҡ була. Бар ғүмерен умартасылыҡҡа арнаған ҡәйнәһе Зөлхәмирә апайға ҡорт ҡарарға ярҙамлашҡан арала үҙе лә ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай.
-Ауылда мине иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны - бал ҡорттары. Төтәткес тотоп, ошо бәләкәй генә бөжәктәрҙең эшмәкәрлеген, шул хәтлем татлы ризыҡ йыйыуҙарын күҙәтеү бик ҡыҙыҡ. Ҡәйнәм ҡорттарҙы дөрөҫ тәрбиәләү буйынса тәжрибәһе һәм серҙәре менән бүлеште. Шулай ун йыл тирәһе ярҙамлашҡандан һуң, 2017 йылда үҙебеҙҙең умартасылыҡты булдырырға тәүәкәлләнек. Ике тапҡыр Аграр университетта курстар үттем. Ҡорт һатып алып, үрсетеп ебәрҙек, - ти ҡортсо.
Балдан тыш, балауыҙ, ҡорт елеме (прополис), һитә, инә һөтө кеүек бал ҡорттары биргән файҙалы ризыҡтарҙы ла һатыуға йүнәлтеү маҡсатында өйҙәре янында ер һатып алып, кафе, ҡунаҡ йорто эшләй башлағандар, дәүләт ярҙамы менән апиөйҙәр төҙөп ултыртҡандар.
Эйе, ҡорттар кешене тынысландырыу һәләтенә эйә. Күңел төшөнкөлөгөндә булһаң йә көйөбөрәк йөрөһәң, ҡорт ҡараған арала кәйеф яҡшырып китә. Апиөйҙәр ҙә ошо маҡсатта эшләй. Бер кешелек өйҙә умарталар ҡуйылған, уның өҫтөнә ятыу өсөн урын эшләнгән. «Умарта ояһында йоҡо» тип аталған терапия нервы системаһының, тын алыу юлдарының ҡаҡшауынан, йоҡоһоҙлоҡтан, бронхит, астма, ҡан баҫымынан, ОРВИ, баш ауыртыуынан яҡшы, гиперактив балалар өсөн дауа. Әлегә бер апиөй эшләй, ти Луиза апай.
Әминовтар өй янындағы 40 баш ҡорттарынан йәйгеһен өс тапҡыр, көҙгә ҡарай тағы берҙе бал бороп ала. Ҡорттар бик тиҙ үрсей, шулай ҙа әлегә арттырмаҫҡа тырышабыҙ, ти улар.
Йәйге осорҙа ғына ҡайтып, ошондай ҙур эш атҡарған Әминовтар быйыл ауылда ҡышларға уйлай. Декрет ялында булған Луиза апай хәҙер киләсәген бал ҡорттарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
-Бөрйән - туризм менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы ер. Кейекбай аша ғына әллә күпме туристар уҙа, ял итеү урындары юҡ тиерлек. Үҙебеҙҙең ергә хужа булып, яҡшы килем сығанағы эшләй алабыҙ бит. Йәйгелеккә генә ҡайтып йөрөгәс, өлгөрмәй инек, киләһе йыл иртә яҙҙан эш башларға иҫәп, - ти ул.
Ҡорттарын ҡарашып, үҙҙәре булмағанда ҡышлыҡҡа индереп, яҙын кире сығарып, һәр яҡлап ярҙам иткән ҡәйнәһенә, иптәше Юлай ағайҙың туғандарына рәхмәтен әйтеп бөтөрә алмаған уңған, тырыш, сос ҡортсо йыл да үткәрелгән агро йәрминкәләрҙән ҡалмай. Бер продукцияһын да һата алмай, күҙ йәштәре менән ҡайтҡан саҡтарын хәҙер көлөп кенә иҫкә ала. Тәүге осорҙа бал һалынған һауыттарға, уларҙы биҙәүгә күп иғтибар бүлә Әминовтар. Кәрәҙле, төрлө сәтләүектәр менән буташтырылған бал һәм башҡа продукциялар тәҡдим итәләр. Тиҙ арала үҙҙәренең даими һатып алыусылары барлыҡҡа килә. Хәҙер банкаларға ҡойоп ҡына өлгөрт – өйҙән үк килеп алып китәләр.
Әминовтар балаларын да ҡортсолоҡ серҙәренә өйрәтәләр. Өлкәндәре - 19 йәшлек Фатима ҡорт ҡарай белә, һатыуға ла оҫтарып алған. Улдары - 9 йәшлек Фәрит менән 6 йәшлек Рәшит төтәткес тотоп эш барышын күҙәтһә, 11 айлыҡ Әлфиә балды тәмләп ҡарарға өйрәнә. Балаларҙың тыуған ил, туғандар төшөнсәләрен аңлап, туған телдә аралашып йәшәүҙәрен теләйбеҙ, ти ата-әсә. Балаларға файҙалы һәм күңелле булһын өсөн ауылда балалар майҙансығы төҙөргә хыялланалар.
-Ҡортсолоҡ – ул ғаилә кәсебе, тип иҫәпләйбеҙ. Үҙебеҙгә килгәндә, ҙур, татыу ғаиләбеҙҙә кемдер эшләй, кемдер һата. Берҙәм булғанда ғына уңыш киләлер ул, - ти Луиза апай.