+1 °С
Болотло
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Төҙөүселәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Төҙөлөш комплексы – һәр ваҡыт заман менән бергә атлаған иң мөһим иҡтисади тармаҡтарҙың береһе.
Райондың социаль-иҡтисади үҫеше, халыҡтың йәшәйеше, тормош сифаты төҙөүселәрҙең уңышлы эшенән тора. Уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәте менән районыбыҙҙа социаль-мәҙәни объекттарҙың төҙөлөшө әүҙем бара. Артабан да төҙөүселәр матур йорттар, күркәм биналар менән халыҡҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерерҙәр, тип ышанам.
Һеҙҙең ауыр, яуаплы эшегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, бәрәкәтле имен тормош, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет-шатлыҡ теләйем!