Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2021, 12:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар, көндәр эҫе тора, ут менән һаҡ булығыҙ, ут яғылған мейестәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар, көндәр эҫе тора, ут менән һаҡ булығыҙ, ут яғылған мейестәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Демография
Үткән аҙнала гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә 6 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 2 пар никахын тарҡатҡан. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Үткән аҙнала 2 янғын осрағы теркәлгән. Тимерҙә бесәнгә, Иҫке Собханғолда мунсаға ут тоҡанып киткән. Хөрмәтле райондаштар, көндәр эҫе тора, ут менән һаҡ булығыҙ, ут яғылған мейестәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Әгәр янғын сығыуын күрһәгеҙ, “112” йәки “101” һандарына шылтыратығыҙ.

02 хәбәр итә
28 июлдән 2 авгусҡа тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 57 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә ваҡ урлашыу (1), кеше талау (1), хәбәрһеҙ юғалыу (1), зыян күреүсе булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), иҫерек килеш транспорт сараһы менән ҡабатлап идара итеү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), тейешле документтарһыҙ ағас сығарыу (1), битлек режимын боҙоу (3), суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе боҙоу (1), законһыҙ алкоголь продукцияһын һатыу (2), ғаилә низағы (3), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (алып барыу) (6), кеҫә телефоны юғалтыу (2), шәхси документтар юғалтыу (2), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (2), үҙенә ҡул һалыу (1) һ. б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 50 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 33 протокол.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: