Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2021, 10:30

Эш беләктә түгел, йөрәктә

Иҫке Мөсәт ауылында йәшәүсе, егерме йылға яҡын ауылдаштарын ҡарҙан эшләгән матур һындары менән ҡыуандырған Хәбир Мырҙабаевтың өйө ҡышын ғына түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла ауылды йәмләй.

Эш беләктә түгел, йөрәктә
Эш беләктә түгел, йөрәктә

Иҫке Мөсәт ауылында йәшәүсе, егерме йылға яҡын ауылдаштарын ҡарҙан эшләгән матур һындары менән ҡыуандырған Хәбир Мырҙабаевтың өйө ҡышын ғына түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла ауылды йәмләй.

Үҙ ҡулдары менән семәрләп эшләгән өйөнә, төкөтмәһенә, ишек алдындағы ыҡсым аласығына, гәпханаһына, декоратив ҡоҙоғона бар күңелен һәм оҫталығын һалырға тырышҡан. Йорт тирәһенә ултыртҡан 40 төпкә яҡын төрлө сәскәләре, тәҙрә төптәрендәге ят гөлдәре донъяларына айырыуса йәм өҫтәй. Ике тапҡыр өлгөлө йорт исемен алған өйҙөң хужаһы әлеге ваҡытта төкөтмәһенә уңайлыҡтар эшләү менән мәшғүл. Кешегә заказға тәҙрә, ишек яҡтауҙары һәм башҡа өй кәрәк-яраҡтары ла эшләп бирә. Йәмғиәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән оҫта улдары менән Мөсәт, Тарауыл мәсеттәрен төҙөүҙә лә бик әүҙем ҡатнаша. Мөсәт мәсетенең манараһын улдары менән атҡарып сығалар.


Ҡатыны менән 4 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Денис Учалы ҡалаһында фельдшер булып эшләй. Ғаиләһендә ике бала үҫә. Алмаздары хәрби хеҙмәттә, кәләше менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Атаһына оҡшап оҫта ҡуллы Илгиз вахта ысулы менән Яҡутияла эшләй. Ҡыҙҙары Гүзәлиә БДУ-ла химия факультетында белем ала. Иң кесе улдары Ислам 5-се класты тамамлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөлфиә апай ғына яҡындарының уңыш-һөйөнөстәрен уртаҡлаша алмай, уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә быйыл 3 йыл.


Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй Хәбир ағай. Бәләкәй улы менән икәүләп кенә донъя көтәләр. Балалар церебраль фалижы менән интеккән Ислам 4-се синыфҡа тиклем өйҙә уҡый, ә 5-се класты, тиҫтерҙәре менән бергә йөрөп, мәктәптә тамамлай. Инглиз телен һыу кеүек эскән, төрлө мәсьәләләрҙе сисергә өйрәнгән, башҡа фәндәр менән дә ҡыҙыҡһынған тырыш малай быйылғы уҡыу йылында «отличник» булырға маҡсат ҡуйған. Малайының һәр уңышына ҡыуанып, уның үҫешенә бар көсөн һала атай кеше.

Дүртенсе класҡа тиклем өйҙә ултырып, урамға уйнарға ла сыҡмаған улының дуҫтар табып, улар менән аралашыуына, клас-таштары менән дә уртаҡ тел табыуына һөйөнөп бөтә алмай. Көн дә мәктәпкә үҙе машинала алып йөрөй. Янһарынан йөрөп уҡыған малайҙар ҙа юл ыңғайы Хәбир ағайға ултырып йөрөй икән, тик шофер ҡуйған шартты ғына үтәү кәрәк – бөгөн «5»ле алһаң, өйөңә тиклем машинала ҡайта алаһың.


Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән Хәбир ағай үткән йыл хеҙмәттәштәре менән Бөрйәндә хәтер стелаһын асыуҙы ойоштора.


Кешеләрҙе ҡыуандырып, уларҙың йылы рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, шатлыҡлы йөҙҙәрен күреп, һәр эшенән ҙур кинәнес алған Хәбир ағайҙың ауылы өсөн тағы бер изге хыялы бар – ял паркы эшләү. Унда емеш ағастарын ултыртып, ағастан матур һындар, ял итеү урындарын булдырырға теләй.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: