Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 11:00

“Йәш спецназовсы”лар сафта

Районда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Тирмән тамағында «Йәш спецназовсы» хәрби-патриотик лагеры эшләй.

“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта

Районда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Тирмән тамағында «Йәш спецназовсы» хәрби-патриотик лагеры эшләй.

Унда спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, ғөмүмән, әрме тормошо менән йәшәп ҡарағыһы килгән 30 үҫмер тәрбиә мәктәбе үтә.
“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы ойошторған лагерь 24 июлдән 2 авгусҡаса эшләйәсәк. Пандемияға бәйле, лагерь сит кешеләр өсөн ябыҡ.


10 көн дауамында буласаҡ ил һаҡсылары башланғыс хәрби әҙерлек курсын үтә (сафта йөрөү, ҡорал менән эш итергә өйрәнеү) һәм хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнә.


“Төньяҡ амурҙары” һәм “Яугир” командаларына бүленгән “йәш спецназовсы”лар ялан шарттарында йәшәйҙәр. Үҫмерҙәр көндөң беренсе яртыһында хәрби күнекмәләр башҡарһа, төштән һуң төрлө спорт уйындарында ярыша, кискә күңел асыу саралары, әңгәмәләр, мәҙәни саралар ҡаралған.


- Балалар менән һаулыҡ, тәрбиә, тәртип, илһөйәрлек темаларына, наркотик, психотроп матдәләрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеүгә бәйле әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Шулай уҡ “Лагерь батыры”, “Лагерь һылыуы” кеүек йолаға әйләнгән байрамдар үтәсәк, - ти лагерь начальнигы Әлиә Вәлиева.


Вожатыйҙар Наилә Ҡаһарманова, Урал Маликов, ашнаҡсы Мәүсилә Ямғурсина, хәрби етәксе Редик Йәмилев, медицина хеҙмәткәре Илсур Мырҙабаев балаларҙың каникулын матур, файҙалы һәм фәһемле итеп үткәреү өсөн тырыша. Лагерь биләмәһен Азамат Яманғолов һаҡлай.


Тәбиғәт ҡосағында, райондың иң матур урындарының береһендә, Инсебикә ҡаяһы янында, ял иткән егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ-ара яҡындан аралаша, һаулыҡтарын нығыта, ижади һәләттәрен үҫтерә. Балаларҙың ялын, һаулығын, мәшғүллеген ҡайғыртыу “Мәсем” клубының әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе булып тора.

 

“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
“Йәш спецназовсы”лар сафта
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: