Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 11:00

Тормош хәҙер яҡшы

Ошо йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, тимер атында елдереп йөрөгән оло кешене магазинға, почтаға йомошо менән килгәнендә осраттыҡ.  

Тормош хәҙер яҡшы
Тормош хәҙер яҡшы

Ошо йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, тимер атында елдереп йөрөгән оло кешене магазинға, почтаға йомошо менән килгәнендә осраттыҡ.

Ғәйнетдин Ғибәтулла улы Алтынбаев, 88 йәш, Байназар ауылы.

Ошо йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, тимер атында елдереп йөрөгән оло кешене магазинға, почтаға йомошо менән килгәнендә осраттыҡ.
Ғәйнетдин бабай РТП-ла 42 йыл механизатор булып, колхозда сәсеү-йыйыу эштәрендә эшләй. Алдынғы тракторсы, комбайнсы була. Мелиорация эштәрендә лә ҡатнаша. Тормош иптәше Бибинур Ҡотлоғужа ҡыҙы менән 64 йыл бергә иңгә-иң терәшеп матур, татыу, өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр.


-Әбейемде димләп алһам да, бик һәйбәт, татыу ғүмер итәбеҙ. 5 ҡыҙ 3 малайға ғүмер бирҙек. Улдарым да минең кеүек механизаторҙар. Ауылда торалар. Ҡыҙҙарым Сибайҙа, Монасипта, Байғаҙыла, Ҡыпсаҡта, Байназарҙа кейәүҙәләр. Балаларым хәҙер үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөттө. Ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәребеҙгә ҡыуанып, ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ үҙҙәре лә бик ярҙамсыл, - ти Ғәйнетдин бабай.


Һуғыш осорона тура килгән бала сағын яҡшы хәтерләй ул. Әсәләренә ярҙам итеп һеңлеһе менән көлтә бәйләргә, ташырға йөрөгәндәр.


-Әсәйем көлтәне тейәп бирһә, уны үгеҙ менән ырҙынға ташый инем. Үгеҙебеҙ тыңлаусан булды былай. Һуғыш балаларының барыһының да бала саҡтары ыҙа сигеп үтте инде. Аҙаҡ 51-се техникаға ултырҙым. 3 йыл Польшала хәрби хеҙмәтемде үтәп ҡайттым. Элеккегә ҡарағанда тормош хәҙер яҡшы. Өй һайын икешәр машина, тракторҙар бар. Һөнәре булғандарға йәшәүе еңелерәктер, тием. Тик тәртип кенә элекке һымаҡ түгел. Ололарҙы йәштәр ихтирам итмәй. Урамда тәмәке, эсергә һораусылар ҙа табылып тора, - ти әсенеп «Почёт Билдәһе», «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Лениндың 100 йыллығына» орден-миҙалдарына эйә булған ветеран.


Ғүмере буйы тәмәкене ауыҙына ла алмаған Ғәйнетдин бабай һаулығына бик иғтибарлы. Гәзиттән коронавирус тураһында хәл-әхүәлдәрҙе күҙәтеп барабыҙ, инәйең менән майҙа прививка эшләттек, яҡшы үткәрҙек, үҙебеҙҙең табиптарға ышанабыҙ, ти ул. Быуындары ҡатмаһын өсөн аяҡ-ҡулдарына күнекмәләр эшләй. Саф һауала күберәк йөрөргә тырыша.


-Һәр ваҡыт хәрәкәттә булыр кәрәк. Армиянан иҫтә ҡалған зарядкаларҙы эшләйем. Мал тотмаһаҡ та баҡсала эш етәрлек. Йәшелсә, емеш-еләк, картуф сәсәбеҙ. Көн дә картуфтың бөжәктәрен сүпләйем. Әбейем дә бик һәйбәт ҡарай бит мине, - ти Байназар уҙаманы. Бибинур инәйгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте бабайҙың уның турала әйткән һәр һүҙенән һиҙелә.
-Әбейем икмәк бешерергә ултыртҡайны, миңә тәрбәләп алаһы бар. Иртәгә балалар ҡунаҡҡа килә. Үҙҙәре бешеренеп-төшөрөнөп килһәләр ҙә әҙерләнеп көтөп торабыҙ, - тип дәртле баҫып магазинға йүнәлде Ғәйнетдин бабай.

 

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: