Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 11:00

Тимергә йән өрә

Иҫке Мөсәттә семәрле шәхси йорт алдындағы машиналарҙың, тимер-томорҙоң күплегенә иғтибар итмәйенсә үткән кеше юҡтыр.

Тимергә йән өрә
Тимергә йән өрә

Иҫке Мөсәттә семәрле шәхси йорт алдындағы машиналарҙың, тимер-томорҙоң күплегенә иғтибар итмәйенсә үткән кеше юҡтыр.

Тимер йыйыусы, унан әйберҙәр яһаусы оҫтаны күрергә тип беҙ ҙә яндарына туҡтаныҡ.


- Эшемде башлап китеүе еңелдән булманы. Тәүге осорҙа ҡатыным менән бергә эшләнек, - ти Шамил Ҡулбирҙин. - Кеше тапшырған иҫке, кәрәкмәгән машиналарҙы бергәләшеп һүттек. Металл йыйып, тапшырҙыҡ. Тәүге осорҙа автомобилдәр ремонтлау менән дә булыштыҡ.


Күпмелер тәжрибә туплағандан һуң, ғаилә башлығы ҡатыны Нәркәс менән кәңәшләшеп, үҙ эштәрен булдырырға ҡарар итәләр. Һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе булғас, күп уйлап тормай, ошо өлкәлә эшмәкәрлеген ойошторорға була. Хәҙер Шамил Ҡулбирҙиндың ишек алдында әйтерһең, иретеп-йәбештереү цехы. Тимер ҡапҡаларҙы, мунса мейестәрен һәм башҡа көнкүрештә кәрәкле әйберҙәрҙе кеҫәңдең ҡалынлығына ҡарап, заказ буйынса эшләтергә мөмкин. Ысынлап та, ябай ғына тимергә лә оҫта ҡулы тейһә, бына тигән зауыҡлы, кәрәкле әйберҙәр тыуа.

- Шөкөр, бөгөн эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ, үҙ ҡулланыусыларыбыҙ ҙа бар. Халыҡ араһында беҙҙең әйберҙәргә ихтыяж бар икән, тимәк, эшмәкәрлегебеҙ бушҡа түгел, - ти райондың оҫта тимерсеһе.
Әлеге ваҡытта Ҡулбирҙиндарҙың үҙ көстәре менән төҙөп ингән иркен йорттарының икенсе ҡатын йәшәүгә яраҡлы итеү йәһәтенән эштәрен теүәлләп йөрөгән саҡтары.
Күрер күҙгә йәш күренгән ғаиләлә буй еткергән өс бала тәрбиәләнә. Ҡыҙҙары Юлиә 11-енсене тамамлаған, Өфөгә уҡырға барасаҡ. Улдары Арыҫлан менән Арсен һәр саҡ атайҙары янында, ҙур ярҙамсылар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 61-се һанында уҡығыҙ.

Тимергә йән өрә
Тимергә йән өрә
Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: