Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 10:00

Шәхси мобиль сараларында йөрөүселәр иғтибарына

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, шәхси мобиль сараларҙы машина йөрөгән юлда ҡулланырға ярамай.

Шәхси мобиль сараларында  йөрөүселәр иғтибарына
Шәхси мобиль сараларында йөрөүселәр иғтибарына

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, шәхси мобиль сараларҙы машина йөрөгән юлда ҡулланырға ярамай.

Йәштәр араһында модалы һаналған электр самокаты, сигвей, гироскутер, монотәгәрмәс кеүек мобиль сараларында электр двигателе торһа ла, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, уларҙы йөрөү сараһы итеп ҡулланыусылар йәйәүлеләр тип иҫәпләнәләр һәм те-йешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейештәр.

Шәхси мобиль сараларын ҡулланыусылар йәйәүлеләр юлында һәм тротуарҙан хәрәкәт итергә тейештәр. Йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу маҡсатынан шлем, терһәкте һәм тубыҡты һаҡлаусы ҡулайламалар кейергә кәңәш ителә. Шулай уҡ хәрәкәт иткән ваҡытта мобиль телефондарҙы, ҡолаҡсындарҙы ҡулланыу тыйыла.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, шәхси мобиль сараларҙы машина йөрөгән юлда ҡулланырға ярамай. Бындай заманса сараларҙы һатып алырҙан алда йәйәүлеләр өсөн төп юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иғтибар менән өйрәнеү мөһим.

Автор:Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас: