Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 10:55

Мин башҡорт инде ул!

Миңә башҡорттоң теле лә, йолаһы ла, дине лә яҡыныраҡ, ти Иҫке Мөсәттә йәшәүсе Усенко Лидия Гавриловна.

Мин башҡорт инде ул!
Мин башҡорт инде ул!

Миңә башҡорттоң теле лә, йолаһы ла, дине лә яҡыныраҡ, ти Иҫке Мөсәттә йәшәүсе Усенко Лидия Гавриловна.

Тыуған ерҙән торған ер ҡәҙерлерәк булыр дәрәжәлә ул хәҙер. Үҙенә ғүмерлек юлдашы итеп һайлаған Бөрйән башҡортоноң ерен дә, телен дә, ғөрөф-ғәҙәтен дә үҙ итеп, төшкән еренә таштай батып, ошо хозур төбәк өсөн оҙайлы йылдар арауығында тир түгеп, Фәсхетдиненә бынамын тигән ул-ҡыҙҙар табып биреп, уларға заманына күрә матур тәрбиә, кәрәкле ғилем бирергә ярҙам итеп, оло тормош юлына фатихалап сығарғас, йәнә тәҡдир тарафынан үҙенә инселәнгән матур төбәктә инде туҡһанын тултырып, ауыл, район ағинәйе йәшенә еткәс, шулай тимәй ҡалай тимәк кәрәк?!


Иҫке Собханғол – тыуған ерем
«1931 йылғымын мин. Иҫке Собханғолда тыуғанмын. Атайым районға берҙән-бер дипломлы белгес – агроном булып килә. Ул Благовещен йәшелсә –емеш техникумын бөткән була. Атайым – Украинанан. Әсәйем – Ҡағыныҡы.


Тарихтан мәғлүм булыуынса, 1911 йылда Ҡағыла көслө янғын булған. Олатайым ныҡ оҫта ҡуллы кеше булған. Быйма баҫҡан. Рәсимә Ташбулат ҡыҙының олатаһы: “Әйҙә, Евсей, беҙгә кил, халыҡҡа быйма баҫырһың”, - тип әжеүәләп, олатайымды Иҫке Монасипҡа күсереп алып ҡайтҡан.


Атайым райкомзем булды. Бер командировкаға барғанында әсәйем менән танышҡан. Әсәйем – Засова Александра Евсеевна – күрше Ҡағы ҡыҙы.


Атай юлынан
Элек бит белгестәрҙе ҡайҙа уларға ҡытлыҡ – шунда ебәреп эшләткәндәр.
1931-1937 йй. атайымды Саранск ҡалаһына ебәрәләр. Усенко Гаврил Григорьевич Бөрйәндән Мордовияға китеп агроном булып эшләй. Аҙаҡ уны Урта Азияға – Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы ауыл хужалығы идаралығына командировкалайҙар.


Беҙ 1939 йылдан Сәмәрҡәндтә йәшәнек. Атайымды 1941 йылда уҡ һуғышҡа алдылар. Ул шул китеүҙән ҡайтманы – хәбәрһеҙ юғалды, тигән хәбәре генә килде...
Беҙ шул Сәмәрҡәндтә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Әсәйемдең ҡулында өс бала: иң өлкәне – мин (1931 йылғы), 1933 йылғы Володя һәм 1937 йылғы Светлана.


Әсәйем, Иҫке Монасипта йәшәгәс, башҡортса һәйбәт белә һәм шуға үзбәк ҡатындары менән ихлас аралаша ине. Телдәр оҡшаш бит.


Сәмәрҡәндтә 7-се класты бөткәс, зооветеринария техникумына уҡырға индем.1950 йылда уны тамамлап, Сәмәрҡәндтә колхозда эш башланым.


Үзбәкстан минең күңелемдә мамыҡ донъяһы булып иҫтә ҡалған. Мәктәптә уҡыған осорҙа ла, студент булғас та гел генә беҙҙе мамыҡ йыйырға алып йөрөтә инеләр. Һәр кешегә 40 килограмм мамыҡ йыйыу йөкмәтелә. Күпме генә тырышһам да, мин 40 кг тултыра алманым – йә 38, йә 39 кг була ине... Икһеҙ-сикһеҙ мамыҡ яланы... Колхоз үҙе ашата-эсерә. 1 октябрҙән 15 декабргәсә шунда ятаһың, ҡайтып йөрөү тигән нәмә юҡ.


Сәмәрҡәнд тағы шуныһы менән иҫтә ҡалған – магазинда булмаған нәмә үҙе юҡ.


Һуғыш мәле –
нужа мәле
Һуғыш осоро берәүгә лә еңел булмағандыр. Беҙ ҙә ыҙаланыҡ. Карточка системаһы. Йән башына 300 грамм икмәк, һинең тәрбиәңдәгеләргә – 250-шәр грамдан. Беҙ ғаиләбеҙгә көнөнә 1кг 150 г икмәк ала инек. Әсәйем икмәкте алып ҡайта ла, уны ҡәҙерләп кенә ғәҙел итеп бүлә. Үҙенең нормаһын ҡырҡмай тора. Аш ашағанда үҙ өлөшөн беҙгә бүлеп бирә... Әсәй ҡасан да әсәй инде – балалары хаҡына бөтәһен дә эшләй. Үҙе беҙҙе йыуатҡан була: “Һуғыш бөтһә, балалар, өҫтәлдә икмәк ҡалыр ул...” Мин уның ошо һүҙҙәренә ышанмай инем. Нисек инде өҫтәлдә ашалмай икмәк ҡалырға мөмкин, тип.


Ярай, һуғыш йылдары ыҙалары ла артта ҡалды. 1947 йылда аҡса алмашынды. Ҡалала карточка системаһы бөттө. Стипендия шул 160 һум көйө ҡалды. Магазинда теләгән нәмә бар. Әсәй миңә матур резина итек алып бирҙе. Ҡустым хәрби заводта эшләй ине. Аҙыраҡ мандып, күтәрелә башланыҡ.


Тыуған яҡ
тарта икән шул
Монасиптағы туғандар менән хатлашып торабыҙ. Һәр хат һайын: “Ҡайтығыҙ ҙа ҡайтығыҙ!” - тип яҙалар. Урта Азияла емеш-еләк осһоҙ. Помидорҙың килоһы 3 тин ине. Монасипҡа ҡайтһаҡ, унда нимә ашайбыҙ инде, тип һорайбыҙ әсәйҙән. Ул әйткән була: ”Унда бөтә ризыҡ урманда һәм бушлай”, - ти. Беҙ аптырайбыҙ. 1951 йылда беҙ Бөрйәнгә күсеп ҡайттыҡ. Бында аслыҡ, яланғаслыҡ. Бөрйәнгә бит элек ҡараш насар булды. Райондың ауыл хужалығы идаралығына зоотехник булып эшкә индем. 9 кг арыш оно бирәләр. Тәүҙә райүҙәктә эшләнем. Хрущев заманында белгестәрҙе колхоздарға ебәреп бөттөләр бит. Мине Яңы Монасиптағы “Сталин” колхозына ебәрҙеләр. Унда аҙыраҡ эшләгәс, Яңы Собханғолға “Яңы юл” колхозына күсерҙеләр.
Шунда буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым да инде.

(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 61-се һанынан уҡығыҙ).

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: