Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2021, 09:22

“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”

Үткән, быйылғы йәйҙәрҙә,  короновирус булыу сәбәпле, кешеләр сит илдәргә ял итергә, сәйәхәткә сыҡманы. Һәр кем үҙенең таныштары, яҡындары менән генә республикабыҙҙың, илебеҙҙең эсендә ял итеүҙе хуп күрҙе.

“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”
“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”

Үткән, быйылғы йәйҙәрҙә,  короновирус булыу сәбәпле, кешеләр сит илдәргә ял итергә, сәйәхәткә сыҡманы. Һәр кем үҙенең таныштары, яҡындары менән генә республикабыҙҙың, илебеҙҙең эсендә ял итеүҙе хуп күрҙе.

Хозур тәбиғәтле, данлыҡлы, легендар Шүлгәнле, татлы баллы Бөрйәнгә лә төрлө-төрлө яҡтарҙан туристар бер туҡтамай ағыла!  Шуға ла бөрйәндәр: “Йәйгеһен Бөрйәнде себен баҫа ла, туристар баҫа,”   тип көлә. Ошоға бәйле, туристар өсөн ял ойоштороу, туҡалталар булдырыу, уларҙы хеҙмәтләндереү (сервис) тағы ла нығыраҡ йәнләнде.

Бөрйән районының Мәндәғол ауылында йәшәгән Арсен Мырҙабаев атлы егет туристар өсөн эшләнгән ял базаһында, ауыл янындағы туҡалтаға эшкә урынлашты. 9-сы синыф тамамланды, имтихандарҙы тапшырылды, тимәк, ең һыҙғанып эшләргә лә ваҡыт! Әйткәндәй, Арсен өсөн был эш һис тә яңы түгел. Мәндәғолда “Капова тур” исемле ҙур ял базаһы бар. Арсен, үткән йәйҙә был базала хеҙмәт итеп, хәләл аҡсаһына телефон һатып алғайны. Туристар менән эшләп, бер аҙ тәжрибә тупланғас, ул быйыл да Галин Наил тигән ағайҙың базаһында эшен дауам итте.

Арсен – Наил ағайҙың уң ҡулы ла, һул ҡулы ла, хатта аяғы ла:). Туристар базаға килһә, егет уларҙы ҡаршы ала. Артабан палаткаларға урынлашырға ярҙам итә. Туристарҙың һанына ҡарап, катамарандарҙы әҙерләй, ишкәктәрҙе теүәлләй.

Ял итеүселәр бигерәк тә мискә-мунсаларҙы оҡшата! Арсен мискә-мунсаларға ут яға, ундағы һыуҙың тулылығын тәьмин итә. Әйткәндәй, эргәлә, Ағиҙел йылғаһының икенсе ярында, тау битендә шишмә ағып ята. Арсен, кәмәһенә  ултырып, аръяҡтан етеҙ генә  һыу килтерә. Ә туристар саф шишмә һыуынан самауыр сәйе эсеп кинәнә!

Арсендың вазифалары бының менән генә бөтмәй. Ул – базаның һаҡсыһы ла! Кисен өйөнә ҡайтмай, ә шундағы палаткала йоҡларға ҡала.

– Бер туристар ялдан ҡайтыуына артынса икенселәре базаға килеп төпләнә. Мәҫәлән, июль айында база бер көн дә туристарһыҙ булманы, ялға кеше ныҡ күп килә. Туристарҙың ялы – беҙҙең эшебеҙ, – тип, йылмая Арсен.

Афарин, Арсен! Йәйге ялыңда эшләп, һин аҡса тоторға, финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнәһең! Икенсенән, туристарҙың ялын ойоштороу менән бер рәттән һин улар менән нисек дөрөҫ аралашырға, нисек бәйләнештәр булдырырға төшөнәһең. Ә бөгөнгө хеҙмәт баҙары алсаҡ, аралашыусан, актив, кешеләр менән яҡшы бәйләнештәр булдыра белгән хеҙмәтсәндәрҙе талап итә. Һинең хеҙмәтең дә, туплаған тәжрибәң дә һайлаясаҡ профессияң өсөн ҙур “+”!

Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 

https://amanat.su/articles/khat-kh-b-r/2021-07-27/e-e-yaly-y-be-e-eshebe-2432810?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=41010454 

 

“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”
“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”
“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”
Автор:"Аманат" журналы сайтынан алынды
Читайте нас: