Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 17:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

19 июлдән 26 июлгә тиклем район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 59 мөрәжәғәт булған.

Ил өҫтөндә  ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

19 июлдән 26 июлгә тиклем район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 59 мөрәжәғәт булған.

Демография
12 июлдән 23 июлгә тиклемге осорҙа гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә 5 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған. 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 3 пар никахын тарҡатҡан. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
12 июлдән 26 июлгә тиклем 7 урман янғыны теркәлгән.

02 хәбәр итә
19 июлдән 26 июлгә тиклем район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 59 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә торлаҡҡа үтеп инеү (1), ваҡ урлашыу (1), фатирҙан әйбер урлау (1), хәбәрһеҙ юғалыу (1), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), ғаилә низағы (6), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), дауаханаға алып барыу (2), хужалыҡ-милек бәхәсе (4), документтар юғалтыу (2), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1), урман янғыны (2), битлек режимын боҙоу (5), үлтереү менән янау (1) һ. б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 69 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 58 протокол.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: