Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 11:55

Енәйәт эшен асалар

25 июль - Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары. 

Енәйәт эшен асалар
Енәйәт эшен асалар

25 июль Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне.

Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлегенең тәфтиш төркөмө тәфтишселәре енәйәттәрҙе тикшереү буйынса ауыр һәм мәшәҡәтле эш алып бара.

Әлеге ваҡытта тикшереү төркөмөндә ике хеҙмәткәр - өлкән тәфтишсе, юстиция майоры Әлфиә Сәйфуллина менән тәфтишсе, юстиция капитаны Иван Силаев эшләй. Әлфиә Сәлих ҡыҙы шулай уҡ ваҡытлыса тәфтиш төркөмө етәксеһе вазифаһын башҡара.

Кем һуң ул тәфтишсе? Ул - тикшереүсе, йәғни енәйәт эшен судҡа тиклем тикшереүсе хеҙмәткәр. Улар енәйәт эше тураһында ғаризаны ҡабул иткәндән һуң, тикшереү эштәрен башҡаралар, аҙаҡ оперативэҙләнеү сараларын үтәйҙәр. Һөҙөмтәләр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла йәки кире ҡағыла. Енәйәт эшендә шикләнеүсенең шәхесе асыҡланғандан һуң, эш судҡа оҙатыла. Шикләнеүсенең ғәйебен тик суд билдәләй. 2021 йылдың тәүге ярты йылында тәфтиш-тикшереү төркөмө тарафынан судҡа 24 енәйәт эше ебәрелгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, был һандар йыл һайын арта бара.

Бөрйән районы буйынса иң күп енәйәт эштәре законһыҙ ағас ҡырҡыу менән бәйле. Икенсе урында дистанцион урлашыу, йәғни мутлашыусыларҙың картанан аҡса урлауы, интернет аша әйбер һатып алғанда алданыу. Шулай уҡ кешенең шәхси мөлкәтен урлау, юл-транспорт ваҡиғалары буйынса енәйәт эштәрен дә ҡарайҙар.

-"Эшебеҙ ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, оҡшай. Енәйәтселәр табылып, улар тейешле язаһын алһа, эшемдән ҡәнәғәт ҡалам. Енәйәт эшен башҡарыусы мотлаҡ яза алырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беҙҙең иңдә енәйәтселекте тикшереп, асыҡлап судҡа тапшырыу. Бөрйән халҡына урлашыусылар, мутлашыусыларҙан һаҡ, уяу булыуҙарын теләр инем. Аҡсаларын юғалтҡандан һуң, әңгәмәләшкәндә күбеһенең мутлашыусылар тураһында ишетеп, белеүе, мәғлүмәтле булыуы асыҡлана. Шулай ҙа, ни өсөндөр уларҙың ҡармағына эләгә . Енәйәтселәр күп осраҡта табыла, ләкин аҡсаны ҡайтарып алыу бик оҙаҡҡа һуҙыла йәки ҡайтарып ала алмаҫҡа ла мөмкин. Мутлашыусылар тиҙ ысул менән аҡса табырға теләгән ябай йәштәр. 495, 499 һандарына башланған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә кәрәк", - тип иҫкәртә Әлфиә Сәлих ҡыҙы.

Бөрйән бүлегендә эшләгән тәфтишселәрҙең икеһе лә Белорет ҡалаһынан эшкә килгән. Ике йыл район халҡына хеҙмәт иткән Ә.Сәйфуллина 14 йыл тәфтишсе булһа, беҙҙә бер ай самаһы элек эш башлаған Иван Силаев яратҡан эшендә 12 йыл хеҙмәт итә.

 

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: