Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2021, 11:33

БЕСӘН МӘЛЕ

Иң ҡыҙыу осор – бесән мәле етте.Тура һәм күсмә мәғәнәһендә лә ҡыҙыу шул – ҡояш быйыл утлы табалай ҡыҙҙыра, тағы яуынһыҙ мәлдән дә файҙаланып ҡалыу зарур.

БЕСӘН МӘЛЕ
БЕСӘН МӘЛЕ

Иң ҡыҙыу осор – бесән мәле етте.Тура һәм күсмә мәғәнәһендә лә ҡыҙыу шул – ҡояш быйыл утлы табалай ҡыҙҙыра, тағы яуынһыҙ мәлдән дә файҙаланып ҡалыу зарур.

Байназар уңғандары - Ғилфан Алтынбаев менән Илдус Айытбаев  иртә менән Ҡурыуҙы башындағы Юшалуйҙы бер итеп бесән эшләй. - Пай ерем был. 2,7 га майҙанда бесән эшләйем. Өс баш һыйыр, ат бар. Балалар эйәле-башлы булып бөттөләр. Үҙеңдең ит-майың булһа, бик шәп тә инде. Магазин нәмәһен ҡиммәт хаҡҡа алып ашап ултырғансы, үҙең етештергән аҙыҡ-түлеккә етәме ни? Кеше хәҙер мал көтөргә ул хәтлем атлығып бармай. Малдан яҙҙырмаһын инде, эшләгән бесәнде ашатырға яҙһын, тип йөрөлә. Бына Илдус ҡустыға әйткәйнем, бесәнде сабып та йөрөй.

Хәҙер кеше ҡул менән бесән эшләүҙе онотто бит ул – техникаң төҙөк, яғыулыҡ-майың етерлек, үҙең һау булһаң, шул еткән, - ти Ғилфан ағай. Илдус “Т-40” тракторы Июлдең өс төп хәүефе менән кешегә бесәнен сабып, йыйып бирә. “Минең дә өс баш һыйыр. Бесән эшләргә бөтә ҡорамалдарым бар – КУН, тырма, сапҡыс, һәнәк. Хәҙер кешене эшкә ҡушып булмай, хатта таҡта тейәргә кеше табыуы ҡыйын.

Беҙ элек машиналарға йөк тейәүҙе аңдып ҡына йөрөй инек, ниңәлер хәҙер берәүҙең дә эшләгеһе килмәй. Мин ошо техникам, ҡорамалдарым менән донъя көтәм – кешегә эшләйем дә, аҡсаһына кәрәк-яраҡты, яғыулыҡ - майҙы алам. Ошонан өҫтәрәк, Бабай үлеге тирәһендә үҙемдең дә ерем бар.

Ғилфан ағайҙың сабынлығы зарланырлыҡ түгел – үләне тығыҙ ғына”, - ти бөтмөр Илдус. Эйе, аяғың тәп итмәһә, ауыҙың сәп итмәй шул. Мал көтөргә лә, бесән эшләргә лә елкә кәрәк. Ошоно аңлағандар ҡояш менән бергә тороп, унан да һуң ята.

Автор:А.Ғарифуллина
Читайте нас: