Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 17:30

ГӨЛНАЗ БДИ-ЛА ИКЕ ФӘНДӘН 100-ӘР БАЛЛ ЙЫЙҒАН!

Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика гимназияһы уҡыусыһы Гөлназ Ишемғужина Берҙәм дәүләт имтихандарын ике фән буйынса – рус теле һәм химия буйынса 100-әр балға тапшырған.

Башҡортостанда быйыл мәктәпте тамамлаған 19 мең сығарылыусы араһында был предметтар буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне ул күрһәткән.
7-се класҡа тиклем Гөлназ ауылындағы мәктәптә белем алған. 1-се кластан – отличница. 9-сы класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеүсе булған. 11-се класта Өфө дәүләт нефть-техник университеты олимпиадаһында, Башҡорт дәүләт медицина университеты олимпиадаһында химия һәм биология буйынса 1-се урын алған.
Гөлназ киләсәктә яҙмышын медицина менән бәйләргә уйлай.
Афарин! Тырыш ҡыҙға уңыштар ғына теләйек!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: