Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 10:10

«Өй төҙөнөк тә өй төҙөнөк», тиҙәр Ҡарасуриндар

Яуымбай ауылының халыҡ телендә «Ленинград» тип йөрөтөлгән гүзәл төбәгендә береһенән-береһе матур йорттар бар. Ике ҡатлы, замансалары ла, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй, күтәрелде, урам йөҙөн йәмләне.Кемдәрҙеке, тиһегеҙме?

Яуымбай ауылының халыҡ телендә «Ленинград» тип йөрөтөлгән гүзәл төбәгендә береһенән-береһе матур йорттар бар. Ике ҡатлы, замансалары ла, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй, күтәрелде, урам йөҙөн йәмләне.
Кемдәрҙеке, тиһегеҙме?
Арҡаланыр атаң, кәңәш бирер әсәң булһын, ти халыҡ. Бөгөнгө заманға мас ҡына инде был мәҡәл-әйтем – атайлыларға, донъя ҡорғанда, кәкерсәкле тормош юлын үткәндә барыбер тормошта еңелерәк. Әсәйлеләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ: әсәй – ҡаҙна, тип юҡҡа әйтелмәгән. Ошо ике пар ҡанаты булғандарға, шуларҙан айырмаһын, уларҙың ҡәҙерен белергә яҙһын, тиергә генә ҡала.
Яуымбай ауылының халыҡ телендә «Ленинград» тип йөрөтөлгән гүзәл төбәгендә береһенән-береһе матур йорттар бар. Ике ҡатлы, замансалары ла, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй, күтәрелде, урам йөҙөн йәмләне.

Кемдәрҙеке, тиһегеҙме? Ҡарасуриндарҙыҡы. Мәжит Ғилфан улының балалары әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – теүәл бер урам ғына.

Ана бит, Әбделмәмбәт яғынан килгәндә һул яҡтағы икешәр ҡатлы ике мөһабәт йорт – игеҙәктәрҙеке. Рәмил менән Рәилдең ғаиләләре көн күрә ошо хан һарайҙарында. Уларҙан бирерәк Мәүлит менән Ләйсәндең ҙур өйө, уларға күрше Заһир менән Ғәлиәнең (хас теге йырҙағыса) 6 балаһы буй еткергән 12х12 размерлы елле өй, уларға күрше – Хәлит менән Зәлиә Ҡарасуриндарҙың ихата-һарайы тулы ҡош-ҡорт һәм мал булған биләмәһе. Урам аша, урман эсендәрәк, биш ағай-эне араһында ирәйеп үҫкән Мәүлиҙә менән Ишмораттың сынъяһау донъялары һәм уларҙан аҫтараҡ – аҡ йорт – төп нигеҙ, атай тайсаһы.

“Өй төҙөнөк тә өй төҙөнөк”, - ти Мәжит Ҡарасурин. Ул, уландарына донъя төҙөшөүҙән тыш, үҙенә икенсегә йорт һалып сыҡҡан. Был бер-ике кәлимә һүҙ эсенә күпме хеҙмәт, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, ҡара тир сығарыр көндәр ингәнен үҙе өй төҙөгән кеше генә белә һәм шундай кешене баһалай ала.

“Малайҙар үҙҙәре белә төҙөлөш эшен, беҙгә бәлә һалып бармайҙар, беҙ шул ашатып-эсереп, кәңәш-төңәш менән ярҙам итешеп торған булабыҙ. Үҙҙәре ныҡыш, тырыш булмаһа, беҙ әйтеүҙән генә әллә ни фәтеүә булмаҫ ине”, - тип һүҙгә ҡушыла Вәлимә апай.

Бөгөн ул, ҙур ғаиләне берләштереп, туплап тороусы төп көс булараҡ, мәктәптән ҡайтҡан һәр ейән-ейәнсәренә ашарға әҙерләп, ниғмәт-һыйын өҫтәленә теҙеп көтөп кенә тора. “Һаман да, ғәҙәт буйынса, 7 икмәк, 10 литрлыҡ көршәккә аш һалам. Балаларым төшкө ашҡа беҙгә һуғылмаһа, эсем көтөрҙөп тора. Беҙгә ней, оло кешеләргә, шул балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөү, ҡарау, улар менән бергә булыу бәхет инде.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 июнь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: