Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 12:00

Һәр яҡлап булдыҡлы улар

Өй хужаһы йорттарының һәр өлөшөн урын-еренә еткереп, сифатлы, оҙаҡ йылдарға етерлек итеп эшләргә тырышҡан.

Өй хужаһы йорттарының һәр өлөшөн урын-еренә еткереп, сифатлы, оҙаҡ йылдарға етерлек итеп эшләргә тырышҡан.
Тырыш, татыу, һәләтле ғаиләләр ауылдарыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә, йәм өҫтәй.
Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Сәғитовтар ҙа тап шундайҙарҙан. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, тәртипле, егәрле, йәмғиәткә файҙалы шәхес итеп тәрбиәләргә тырышалар.
Ғаилә башлығы Айҙар Вафир улы эшһеҙ зарланып ултыра торғандарҙан түгел. Иртә таңдан тороп, ишек алдында ең һыҙғанып эшкә тотона. Ғаилә бюджетына ярайһы уҡ яҡшы килем килтергән 9 баш һыйырын, башмаҡ-быҙауҙарын, һарыҡтарын барлап, ашатып, урманға сығара торғандарын оҙатып, шулай башлап ебәрә көнөн. Был мәлдә хужабикә Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы һыйырҙарын һауып, һөтөн эшкәртеп, мәктәпкә эшкә ашыға. Ауылда һәр мал аҫрап йәшәүсенең иртәһе шулай башланып китәлер ҙә инде.
Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 июнь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: