Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 14:00

К У Ч У М йәки Халыҡ күңелендә ҡалған эҙҙәр

- Ач авызыңны. Ҡурҡма. Ҡарайым ғына. Булды, булды. Бына тешең. Все, свободен.

- Ач авызыңны. Ҡурҡма. Ҡарайым ғына. Булды, булды. Бына тешең. Все, свободен.
- Ҡулында ҡыҫҡысы ла күренмәй ине. Был ҡасан ауыҙҙа соҡона башлай, тип көтөп ултырғаныңда, тешеңдең һурылғанын аңғармай ҙа ҡалаһың. Тешкә укол һалып, туңғас, креслоға ултырта. Тимер өҫтәлдә ятҡан «эш ҡоралдары» күренмәй, өҫтө аҡ япма менән ҡапланған. Сөнки пациент уларҙы күреү менән ҡурҡа башлай. Креслола ултырған сирлегә яҡынлашҡанда ҡыҫҡысын артҡа йәшереп килә. Ауыҙҙы ҙурыраҡ астырып, «Ҡайҙа ҡарайыҡ әле», тип әүрәтә һәм ҡапыл ғына тешеңде йолҡоп сығара. Тештең тамырҙары күп булған, йә сереп, онталған осраҡтарын иҫәпкә алмағанда, нисек һурып сығарғанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Уның исемен күптәр белмәне лә, район халҡы күңелендә ул Кучум булып ҡалды.

Кучумов Фәнәвис Ғәвис улы 1961 йылдың 4 декабрендә Баҡалы районының Иҫке Ҡатай ауылында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған буласаҡ табипҡа эшкә барыр өсөн 5 районды тәҡдим итәләр. Йәш саҡта донъя менән танышыу, тау-урманлы районды күреү теләге, бигерәк тә баш табиптың да (Нәжип Исхаҡов) яҡташы булыуы мөһим роль уйнағандыр - Бөрйән районын һайлай.

-Килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондом, тип әйтмәҫ инем, - тип хәтерләр ине Фәнәвис. - Баш табиптың яҡташ булыуына һылтанып, тәүге ярты йыл эшкә теләгән мәлдә барам, теләгән мәлдә ҡайтып китә инем. Һуңынан булған белемемде, оҫталығымды эшкә ектем. Бигерәк тә 1986 йылда Бөрйән ҡыҙы Зөлфиә менән өйләнешкәс, үҙемә талаптарым артты.

Уҡып сығып, диплом алған һәр кем дә стоматолог булып эшләп китә алмай. Теш һурыу өсөн оҫталыҡ ҡына етмәй, ҡулыңдың көслө булыуы ла кәрәк, көсөң етмәһә, пациентыңды ыҙалатасаҡһың. Ә теш ҡуйыуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Бында инде миллиметрҙарҙы иҫәпкә алыу ғына аҙ, тештәр ашағанда ла, һөйләшкәндә лә ҡамасауламаҫлыҡ булырға тейеш, ауыҙ асып йылмайғанда башҡалар һоҡланырлыҡ булһын.

Кучум тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап өлгөрҙө. Районда уны белмәгән кеше булмағандыр, тиһәң дә хата булмаҫ. Үҙенең дә хәтере бик яҡшы булды - бер күргән пациентының исемен генә түгел, хатта ауылын да әйтер ине.
Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 июнь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: