Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 16:10

10 МЕҢДӘРҘЕ ТҮЛӘҮ ВАҠЫТЫ ҺӘМ ШАРТТАРЫ БИЛДӘЛӘНГӘН

Һорау:-Путин вәғәҙә иткән теге 10 000 һумдарҙы ҡасан бирәләр икән? Ниндәй документтар тапшырырға кәрәк?Яуап:-Уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән 10 000 һумдарҙы биреү срогы һәм шарттары билдәләнде.

Һорау:
-Путин вәғәҙә иткән теге 10 000 һумдарҙы ҡасан бирәләр икән? Ниндәй документтар тапшырырға кәрәк?
Яуап:
-Уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән 10 000 һумдарҙы биреү срогы һәм шарттары билдәләнде.
Ата-әсәләр йәки баланың законлы вәкилдәре был аҡсаны алыуға ғаризаны 2021 йылдың 15 июленән 31 октябренә тиклем бирә ала.
Ғаризаны дәүләт хеҙмәте порталында дистанцион рәүештә лә, Пенсия фонды идаралығына шәхсән барып та бирергә мөмкин.
Шуныһы бар: дәүләт хеҙмәте аша дистанцион ғариза биргәндә ата-әсәләрҙән бер ниндәй ҙә справка-фәлән талап ителмәйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 10 мең һум аҡса мәктәп йәшендәге балаларға (6 йәштән 18 йәшкә тиклем), шулай уҡ дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыуҙарын дауам итеүсе 18 йәштән 23 йәшкә тиклемге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға (инвалидтарға) бирелә.
Мөһим! Пособие 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнеүсе ғаиләләргә түләнә, тик балаға 6 йәш 2021 йылдың 1 сентябренә тиклем тулған булыуы шарт.
Читайте нас: