Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2021, 08:30

Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Йәмғиәттә баҫма һүҙгә ихтыяж электән үк ҙур булған. Интернет алға киткән заман булһа ла, бөгөнгө көндә матбуғат баҫмалары үҙҙәренең йәмғиәткә хеҙмәт итеү буйынса күп йыллыҡ традицияларын дауам итә, ихтыяж һаҡлана һәм тағы ла арта бара. Сөнки матбуғат баҫмаһы ғына халыҡҡа төплө һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирә, гәзит уҡыусыларға ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, йәмғиәт фекерен тыуҙырырға ярҙам итә.

Бөгөн “Таң” гәзите ра-йон үҫешендә милли, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим урынды биләй. Хеҙмәткәрҙәр район, республика һәм ил тормошо тураһында күп яҡлы мәғлүмәтте халыҡҡа еткереп, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәй.

Байрам уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем! Хеҙмәтегеҙ һәр саҡ ижади үрҙәр, ҡыуаныстар алып килһен!
Читайте нас: