Йөрөгән аяҡҡа йүрмә генә түгел, ошондай мажаралар ҙа эләгеүсән.
Ҡайтыу яғына ат ҡына түгел, хатта машина ла шәберәк саба икән. Баяғы “соҡорло” күпергә лә тиҙ килеп еттек. Юлсыларға рәхмәт – тишеген ямап, күперҙе рәтләп тә ҡайтҡандар!
Артабан тағы тау менеү ҙә тау төшөү. Сираттағыһын менеп барғанда уң яҡта “Нива-Шевроле” туҡтаған да, ике ир йәнтәслим ҡул болғай. Юлда нимә генә булмай – бәлки, берәй бәләгә тарығандарҙыр, тип туҡтаныҡ. “Машинабыҙ ҡыҙҙы. Менә алмай. Әллә арҡан тағып һөйрәтеп ҡарайһығыҙмы?” - тиҙәр. Гөлүзәбеҙҙең “редакция шоферы” сүрәтендә тәүгә сығыуы. Шуға, хәлдән килмәҫ ул, тип һөйләшәбеҙ.Теге ирҙең береһе Белорет районында йәшәүсе сығышы менән Исламбайҙан Нәҙир Мырҙағолов булып сыҡты. Шул ике арала дарыу үләндәре йыйыусы беҙгә әллә күпме үлән, уларҙы ниндәй ауырыуҙан файҙаланырға, нимә һәм ҡайҙа үҫеүе хаҡында тотош лекция һөйләп өлгөрҙө. Беҙ генә ялҡау икән ул – аяҡ аҫтындағы үләнде эйелеп өҙөргә йыбанып ятабыҙ. Кешеләр әллә ҡайҙан килә Бөрйән төпкөлөнә.
Машина аҙыраҡ һыуынғандыр, әллә этешәгеҙме, тигәнгә Бөрйән кешеһе: “Юҡ!” - тип әйтә белмәй һәм алмай бит инде – бер ир һәм ике журналист өҫкә ҡарай этешеп, теге машинаны сығарышып ебәрҙек.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә генә түгел, ошондай мажаралар ҙа эләгеүсән. Алда беҙҙе башҡа ауылдарға ошондай сәфәрҙәр көтә – “Таң” гәзитенә яҙылығыҙ – аҡсаларығыҙҙы төйнәштерә, хәтирәләрегеҙҙе иҫләштерә тороғоҙ! Бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ – шулай күңеллерәк!