Был көн барлыҡ Рәсәй халҡын берләштереп, Ватанға һөйөү һәм үткәндәргә ихтирам уята, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында яуаплылыҡ һәм хәстәрлекте үҙ эсенә ала. Беҙ Рәсәйҙең бай тарихы, мәҙәниәте, иҡтисади торошо һәм ҡаҙаныштары менән һәр саҡ хаҡлы ғорурланабыҙ. Тыуған илебеҙ көслө булһын, ижтимағи һәм сәйәси яҡтан артабан да үҫешһен өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм Тыуған илебеҙ хаҡына көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Бөйөк Рәсәй киләсәктә лә сәскә атһын, халыҡтар дуҫ һәм берҙәм йәшәһен!