Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 10:00

Гәзиткә яҙҙырыу анһатмы?

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы һуңғы көнгә тиклем һуҙып йөрөүселәр ҙә бар.

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы һуңғы көнгә тиклем һуҙып йөрөүселәр ҙә бар.
Аҫҡар почта бүлексәһе етәксеһе Әлфирә Ғәбиҙуллина әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә унда “Таң” гәзитенә яҙылыу планға ҡарата 40 процентҡа үтәлгән. Бынан тыш, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Йәншишмә”, “Бәрәкәт”, “Йома-Башҡортостан”, “Өмөт”, “Ағиҙел” баҫмаларына яҙылғандар. Әҙме-күпме “Аҡбуҙат” (23 йорт), “Аманат” (50 йорт) балалар һәм үҫмерҙәр журналдарына яҙылыусы ата-әсәләр булыуы ҡыуандырҙы. Әлеге ваҡытта Аҫҡарҙа, Брәтәктә - 44, Исламбайҙа – 23 йортҡа “Таң” килә.

- Подписканың льготалы мәлен ихлас ҡына файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Исламбай мәктәбе уҡытыусылары гәзиткә яҙылыу өсөн билдәле бер көнгә үҙҙәре үк саҡырып алдылар.

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы һуңғы көнгә тиклем һуҙып йөрөүселәр ҙә бар. Ололар пенсия мәлен көтәләр, йә алдан, аҡса булғас, яҙылабыҙ, беҙҙе ҡалдырып ҡуйма, тип әйтеп ҡуялар.
Быйыл да ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса һынатмаҫҡа иҫәп, - ти 13 йыл ошо эштә эшләүсе Әлфирә Ғәзиз ҡыҙы.
Читайте нас: