Водителебеҙ отпускыла булыу сәбәпле, Гөлүзәбеҙҙе шофер итеп алғанбыҙ. Юлда әңгәмә ҡора-ҡора китеп барабыҙ.
Нөгөш йылғаһы күперенә етәрәк, ситтә торған КамАЗ-ды, көрәк тотоп йөрөгән өс ир-атты шәйләйбеҙ. Бәй, теге интернетта “сәйнәлгән” “данлыҡлы” күпер бит – ысынлап та, һул яҡтан һәптеюҡ ерен һыу ашаған – тәгәрмәс төшһә, кем әйтмешләй, капут!
Төшкө аш мәле булһа ла, егеттәр эшкә тотонған – уңыштар теләп, ары елдерәбеҙ.