Урындағы башлыҡ та бында. Әйҙүкләп ҡаршы алды беҙҙе Ғәни Юлдашев. Гәзит-журналдарға яҙылыу нисек бара, тип ауыҙҙы ла асырға өлгөрмәнек, биләмә хужаһы, матур башланғыс һәм инициатива күрһәтеп, шәхсән үҙе “Таң” гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел әле – Брәтәк ауылындағы 11 балалы Фәхрийәновтарҙың ғаиләһен дә киләһе ярты йыллыҡҡа “Таң”лы итеп, ошо матур эште Әтек ауыл хакимиәте башлығы Бейембәтов Әмир Әүхәҙи улына тапшырып, изге эш тә атҡарҙы. Афарин, тиергә генә ҡала ошондай рухлы үҙ халҡының, районының патриоттарына!