Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 12:00

Нисек йәшәйһең, ауыл?

7 июндән 17 июнгә тиклем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән “Таң”ыбыҙға ташламалы хаҡ менән яҙылып булыу форсатын хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ күҙ уңынан ысҡындырмаһын, тигән ниәттә Исламбай, Аҫҡар яҡтарына юлландыҡ.

Исламбай – утынлы төбәк
Хәҙер ҡайҙа нисектер, әммә Исламбайҙағы шикелле әрҙәнә-әрҙәнә итеп әҙерләнгән утынды башҡа бер ауылда ла күргән юҡ.
Бында элек-электән утынды иртә яҙҙан тотош йылға етерлек әҙерләп алыу “модала” – ошо холоҡтарынан ташламаһын!
Их, рәссам булманы...
Беҙҙе бер өйөр йылҡы ҡаршыланы. Бәй, ауыл булғас, мал-тыуар булырға, көтөү-көтөү йөрөргә (көтөүе ойошторолһа, тағы ла һәйбәт!) тейеш инде! Бейәләре кешнәшеп, ҡолондары сырҡырап, айғырҙары ял торғоҙоп йәйге сәхрәлә ирәйгән күренеш үҙе рәссам талап итерлек тә һуң!
Читайте нас: