Йәмғиәт
11 Июня 2021, 09:00

Исламбайса өмә

Ауылда йәйге хозурлыҡ хөкөм һөрә. Унда-һанда балта туҡылдаған, бысҡы шыжлаған тауыш ишетелә.

Ауылда йәйге хозурлыҡ хөкөм һөрә. Унда-һанда балта туҡылдаған, бысҡы шыжлаған тауыш ишетелә.
Кәримов Хәбир атлы уҙамандың зат-зәүерен, туған-тыумасаһын саҡыртып, мунса күтәртеп йөрөүе икән. Ҡалай һәйбәт һәм танһыҡ күренеш – ҡул ярҙамы күрһәтеп өмә яһау. Салауат Кәримов, Сәлих Әҙелбаев, Ғәлинур Хәйбуллин, Дамир Юлсуриндар – эш өҫтөндә.

- Егеттәр, быйылғы ҡоролоҡ йылында мүк хөрт, тиҙәр, һеҙ тапҡанһығыҙ бит, тигәнгә хор менән тиерлек: “Беҙҙә Аллаға шөкөр!” - булды яуап.

“Ат” башын Аҫҡарға борайыҡ, тип торғанда ҡойоп ямғыр яуырға тотондо.

“Ана, бит, бөрйәндәр, ямғыр алып килдегеҙ!” - тип ҡыуанды ауыл кешеләре.
Читайте нас