Йәмғиәт
11 Июня 2021, 06:00

Фатихалы Фәриха

Йәш саҡ нисек тә үтә ул, ҡартлыҡта бәхетле булыр кәрәк, тигән әйтемдә лә хаҡлыҡ бар.

Йәш саҡ нисек тә үтә ул, ҡартлыҡта бәхетле булыр кәрәк, тигән әйтемдә лә хаҡлыҡ бар.
Ғүмер инеше - иманлы ғаилә
Заманында Әтек мәҙрәсәһен тамамлап, хәлфә дәрәжәһен алған Мансур Сәйетбаталов менән иренә һәр яҡтан йәп килеп торған инсафлы, ипле Фәтиха инәйҙең ишле ғаиләһендә тыуып-үҫкән бала ул Фәриха апай. Был күркәм ғаиләнән төҙөүсе-инженер ҙа, уҡытыусы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә, иҫәп-хисапсы ла сыға.

Фәриха Мансур ҡыҙы иһә медицина өлкәһен һайлай. 6 йыл Яңы Мөсәт ауылында, 6 йыл Ағиҙел ҡасабаһында, 2 йыл Байназар дауаханаһында, аҙаҡ оҙаҡ йылдар (18 йыл) ауылдың балалар баҡсаһында медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Хеҙмәте “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһалана.

Иренә – терәк,
балаларына кәрәк
Фәриха апайҙың ире Азат ағай Малакаев бер йылы редакцияға яҙмаларын алып килде. Унда – йөрәк аһтары, күңел төбөндә ғүмер буйы йөрөткән рәхмәт һүҙҙәре, ихлас яратыу сағылышы...

“Минең ғүмеремдә ҡулыма ҡәләм тотоп яҙышҡаным булманы. Ҡатыным Фәриха менән йәшәүебеҙгә 30 йыл. Уның менән етем ҡалған өс улымды, уның 2 ҡыҙын буй еткереп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, йорттар һалып, һәр яҡлап ярҙам итеп, үҙаллы тормош юлына сығарҙыҡ. Йәшәүебеҙҙең тәүге көндәренән үк Фәрихамды улдарым “әсәй” тине, уның ҡыҙҙары миңә “атай” тип өндәште. Ике ярсыҡтан бер бөтөн булып, бынамын итеп йәшәнек. Мин, ветеринар булараҡ, йәйге осорҙа йәйләүҙәрҙән ҡайтып инмәнем, Фәрихам баҡсаһына ла, йорт эштәренә лә, балаларға ла, хөкүмәт эшенә лә өлгөрҙө. Бик сабыр, уңған һәм иҫ китмәле аҡыллы ҡатын ул – Аллаһы Тәғәләм унан айырмаһын, беҙгә тиң ғүмер насип итһен инде”, - тигән йылы һүҙҙәр яҙылған. Аҙағына:
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 11 июнь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас