Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 09:55

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ – ЙӨРӘК ЯРАЛАРЫ...

Республиканың ҡала һәм райондарында “Һуғыш балалары” тигән танытмалар бирә башлағандар. Ул кемдәргә, ҡайһы йылдарҙа тыуған кешеләргә бирелә? Яуап – сайтта.

Республиканың ҡала һәм райондарында “Һуғыш балалары” тигән танытмалар бирә башлағандар. Ул кемдәргә, ҡайһы йылдарҙа тыуған кешеләргә бирелә? Яуап – сайтта.
1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге арауыҡта донъяға килгән республикала йәшәүсе һәр оло кешегә “Һуғыш балалары” тигән танытма тапшырыласаҡ. Бындай статус Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында” тигән Закон менән билдәләнгән.
“Бының өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. Исемлектәр төҙөлгән, танытмалар һәр һуғыш балаһына барып етәсәк”, тип яҙғандар Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында.
Читайте нас