Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 12:00

Имен булһын ғаиләләр, тиҙәр улар

Районда уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған “Ғаилә” үҙәге 2015 йылдың 1 июнендә булдырылған. Ғаиләләргә психологик һәм башҡа ярҙам итеү маҡсатын күҙаллаған үҙәккә Бәхтиәрова Юлиә Әлфир ҡыҙы етәкселек итә.

Районда уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған “Ғаилә” үҙәге 2015 йылдың 1 июнендә булдырылған. Ғаиләләргә психологик һәм башҡа ярҙам итеү маҡсатын күҙаллаған үҙәккә Бәхтиәрова Юлиә Әлфир ҡыҙы етәкселек итә.
Үҙәктә әлеге ваҡытта 9 кеше эшләй: етәксенән башҡа ғаиләләр менән эшләүсе ике белгес, 2 психолог, юристконсульт, социаль эш буйынса белгес, водитель һәм йыйыштырыусы.

“Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре дәүләт ғаилә сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға, ғаилә институтын нығытыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итеү, ата-әсәләрҙең балалар өсөн яуаплылығы мәсьәләләре лә улар өсөн ят түгел. Был үҙәк хеҙмәткәрҙәре социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль хеҙмәттәр тәғәйенләү, ғаиләләргә социаль күҙәтеү ойоштороу, ауыр ғаиләләр менән эш алып барыу кеүек һ.б. күп кенә бурыстарҙы атҡара.

-“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”, “Янғында ҡаза күреүселәргә ярҙам ит”, “Ярҙам ҡулыңды һуҙ” тигән һәм башҡа хәйриә акциялары ойоштороп торабыҙ.

Бынан тыш, ғаиләләрҙең уртаҡ ялын ойоштороу, ғаилә тормошон һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу маҡсатында айына ике тапҡыр ғаилә клубтарының ултырышын үткәрәбеҙ. Айына бер тапҡыр ғаилә ялы ла ойоштороп алабыҙ.

Беҙҙең үҙәктә медиация хеҙмәте лә булдырылды. Медиация – ул ғаиләлә килеп тыуған бәхәсле хәлдәрҙе – медиатор ярҙамында көйләү. Ысынлап та, ҡайһы саҡ ике кешенең бәхәсен туҡтатыр, яҡтарҙы яраштырыр өсөн өсөнсө кешенең тыныс ҡына әйткән бер ауыҙ һүҙе лә етеп ҡуя.

Үҙәктә “Әйберҙәр банкы” уңышлы ғына эшләп килә. Изге күңелле кешеләр үҙҙәренә кәрәкмәгән, ләкин кемгәлер ярап һалырлыҡ әйберҙәрен, кейем-һалым алып килеп, был банкты даими тулыландырып тора, - ти “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Юлиә Әлфир ҡыҙы.

Ғаиләләргә ярҙам итеү тигән изге бурысты атҡарыусыларға уңыштар теләйек.
Читайте нас: