28 майҙан 4 июнгә тик-лемге ваҡыт эсендә ра-йон буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған.
Демография
Үтеп киткән аҙнала ра-йонда 7 сабый тыуған, яңы ғаиләләр теркәлмәгән. 3 ғаилә тарҡалған. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала район биләмәһендә ике янғын теркәлгән: Мораҙымда мунса янып киткән, йәнә бер объектта электр үткәргестәге ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпле ут тоҡанып китә яҙған.
02 хәбәр итә
28 майҙан 4 июнгә тик-лемге ваҡыт эсендә ра-йон буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 51 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә банк картаһынан аҡса урлау (1), урман янғыны (2), ситкә эшкәртелмәгән ағас (кругляк) сығарыу (2), шәхси документтарҙы юғалтыу (2), шәхси мөлкәтте урлау (1), балыҡсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоу (1), мөлкәт-хужалыҡ итеү бәхәсе (1), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), ғаилә низағы (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (3), битлек режимын боҙоу (5), хәбәрһеҙ юғалыу (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 103 протокол төҙөлгән, шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 90. 2 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.