Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 11:00

Хәйер биргәндең малы кәмемәҫ...

Хәйер-саҙаҡа мең бәләнән ҡотҡара, хәйер биреп башланған эш хәйерле булыр, ауырыуҙарығыҙҙан хәйер-саҙаҡа биреп төҙәлегеҙ, тип өйрәтте беҙҙе, диндән алыҫ совет осоро балаларын, диненә тоғро ҡалған өләсәйҙәр – йәндәре йәннәттә булғырҙары!

Хәйер-саҙаҡа мең бәләнән ҡотҡара, хәйер биреп башланған эш хәйерле булыр, ауырыуҙарығыҙҙан хәйер-саҙаҡа биреп төҙәлегеҙ, тип өйрәтте беҙҙе, диндән алыҫ совет осоро балаларын, диненә тоғро ҡалған өләсәйҙәр – йәндәре йәннәттә булғырҙары!
Хәйер биреү тигән нәмә беҙҙең халыҡта электән бар. Мин иҫләйем: күрше-тирәләге инәйҙәр йә һыйырының ағын (был бигерәк тә һыйырҙар һыуалған осорҙа йыш ҡабатлана), йә гәзит битенә бер-ике һалырлыҡ булһа лә сәйен (ул осор пачкалап сәй таратырлыҡ хәле лә булмағандыр инде кешенең) ҡағыҙға төрөп, хәйергә тип индерә торғайнылар. Хәйерҙең миҡдары, суммаһы түгел, ихластан бирелгәнлеге һәм Аллаһтың ҡабул иткәне яҡшы барыбер ҙә.

Хәйер, тигәндәй. Яңыраҡ Гөлнара һеңлем бер тетрәндергес тә, һоҡландырғыс та хәлде һөйләне. Ут күршем Разим ағай һөйләгән был тарихты. Улар беҙҙән урам аша ҡаршыла ғына йәшәне. Бала саҡта ойотҡанға туҡып ашайым, тип ҡурҡыта торғайны беҙҙе.Уй, шунан ҡурҡыуҙарым...

Әсәләре, Шәмсүрә апай мәрхүмә, аяҡтан зәғиф ине... Иртәрәк китте баҡый донъяһына ла.

“ Рәжәп ҡоҙа, мин ҡырҙа уҡып йөрөгәндә ауылға ҡайтһам, гел генә 3 һумлыҡ аҡсаны усына ныҡ итеп йомарлап тотоп, эргәгә килер ине һәм берәүгә лә әйтмә, тип бирер ине... Ул осор ауылда тик һеҙҙең “ Дружба” бысҡыһы бар ине. Рәжәп ҡоҙа шул бысҡыһы менән беҙҙең утынды ла килеп бысып бирә торғайны...”-тип һөйләгән ул Сәғиҙә апайым менән бер мәжлестә бергә булғанында.

Атай мәрхүм... Баҡыйына күскәнгә лә ошо йәмле июндә 34 йыл була инде. Уның яҡшы яҡтары үлеме беҙҙән алыҫайған һайын нығыраҡ асыла – йәне йәннәттә булһын инде!
Күҙ алдыма совет заманының 3 һум аҡсаһы килеп баҫа. Уны күреү, тотоп ҡарау бәхете беҙгә эләкмәне, тиерлек: ғаиләлә 9 бала үҫтек, колхозсының аҡсағынаһы ла ташҡүлсәйем булды. Беҙ интернатта ятып уҡығанда әсәйем өс балаһына юлдыҡ тип 20 тин аҡса бирә торғайны. Уныһы ла минән оло Сәғиҙәнән артмай, беҙ шуға автобус көтөп тормай, 15 саҡырымлыҡ араны бәғзе саҡ йәйәү йөрөйбөҙ. 1 һум, 3 һумлыҡ аҡсаны һуғыш ветераны, ауыл магазины һатыусыһы Исхаҡ апаның ҡыҙы Гөлшатҡа ғына тотторҙо, шикелле, ата-әсәһе. Беҙ аҡсаһыҙҙар рәтендә булдыҡ...

Ошо 3 һум аҡса, билдәле, атайымдың үҙ ғаиләһенә лә артыҡ булмаған. Әммә диндар өләсәй, олатай тәрбиәһен алған совет балаһы, моғайын, етемдәргә хәйер биреүҙең, уны йәшереп биреүҙең ниндәй ҙур сауаплы икәнен белгән , күрәһең...

Сахих хәҙистән дәлил – Әбү Һөрәйрәнән , Аллаһ унан риза булһын, еткерелә - пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:” Етемде ҡараусының туғаны йә ят кеше ожмахта миңә ошолай (һуҡ һәм урта бармаҡтарырын күрһәтте) яҡын булыр “ (Мөслим). Ошо уҡ мәғәнәләге хәҙистәр Әхмәдтән, Бохариҙан, Тирмизиҙән килә – Сәхл ибн Сәғдтән еткерелә – бер мәл пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте:” Мин һәм етемдәрҙе ҡараусы (опекающий) ожмахта ошолай яҡын булырбыҙ ( һәм ул һуҡ һәм урта бармаҡтарын күтәреп күрһәтте)”.
Читайте нас: