Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 09:30

«Беҙҙең Дилбәр», тип торалар

Эшеңдән - үҙең, үҙеңдән бикәр башҡалар риза булһа, бигерәк шәп.Тимер ауылының социаль хеҙмәткәре – ауылса әйткәндә, ололарҙы ҡараусы Дилбәр Рәжәп ҡыҙы үҙе лә, уның ҡул хеҙмәтен күреүсе инәй-бабайҙар ҙа эшенән ҡәнәғәт.

Эшеңдән - үҙең, үҙеңдән бикәр башҡалар риза булһа, бигерәк шәп.
Тимер ауылының социаль хеҙмәткәре – ауылса әйткәндә, ололарҙы ҡараусы Дилбәр Рәжәп ҡыҙы үҙе лә, уның ҡул хеҙмәтен күреүсе инәй-бабайҙар ҙа эшенән ҡәнәғәт.
- Ошо эште яратамсы ниңәлер. Етте, ташлайым, тейем дә, әбейҙәремде уйлап, кире был уйҙан дүнәм. Тиккә генә 11-се йыл эшләмәйемдер, тип ҡуям. Минең ҡарамаҡта 17 оло кеше һәм бер бала. Бәғзеләренә тотонолған уты-фәләне өсөн түләүҙәрҙе башҡарам, ҡайһыларының иҙәнен йыуам, ниндәй эш ҡушһалар, шуны эшләйем. Хәҙер Иҙелдән һыу ташыу тигән нәмә юҡ, ололар ҙа заманса йәшәй – күбеһенең һыуы өйөндә, ихатаһында.

Бына әле бөгөн иртәнге һалҡында Әхмәтшина Нурия инәйҙең помидорҙарын ултырта һалдым да, Ҡолдобаева Зөһрә инәйгә инеүем, - тип үҙенең күп ҡырлы хеҙмәтенә ҡоро ғына баһа бирҙе Дилбәр.
Дилбәр ҡыҙымдан уңдыҡ. Ризамын, уй, ризамын ҡыҙымдан. Килә һалып етә, матур итеп һөйләшә, эшең булһа, һыпырып йөрөп эшләй”, - тип дуғаһын күтәреп тә ҡуйҙы Дилбәр Ғайсинаның 1931 йылғы Зөһрә Мөьмин ҡыҙы Ҡолдобаева.

- Иҫке Монасиптан был ауылға килгәнгә 63-сө йыл. Аллаға шөкөр, 8 баламдың етеһе тере. Балалар ярҙамынан өҙмәй. Мөжәүир улым бәләкәй өйгә төкәтмә эшләп, эскә һыу үткәреп бирҙе. Ауылда йәшәһәм дә, ҡала шарттары булдырылған – бәҙрәфенә тиклем өйҙә. Алламдың биргәненә шөкөр. Күп йылдар диндәмен, биш ваҡыт намаҙымды ҡалдырған юҡ. Әсәйем Ҡөрьән-хафиза ине. Ауылда мәсеттә Ильяс мәзиндә уҡыған. Фарсыса лә, ғәрәпсә лә белә ине. Мин дә ураҙа һайын Ҡөрьәнде хәтем сығып, ятлай алған тиклем сүрәләр ятлап ултырҙым. Хәҙер йәшем дә ҙур инде, шулай ҙа намаҙҙы ҡалдырған юҡ. Быйыл рамаҙан, рәжәб айҙарында тулыһынса ураҙа тоттом, шәғбандың өс көнөндә лә тоттом әле. Шул намаҙ арҡаһында ошолай иҫән-һаумын, тейем. Намаҙ уҡыған өсөн Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтле ғүмер бирҙе. Ете баламдан 24 ейән-ейәнсәр, 25 бүлә-бүләсәрем бар.

Бөгөнгө етеш тормош өсөн күп шөкөрана ҡылам Аллаһҡа. Риза булған һайын өҫтәп бирә Ул, - тип алғышланған ауыл инәйенән рәхмәт–доға ишетеп, алғыш алып ултырыу ҙа үҙе бәхет, бәрәкәт инде.

Аяҡ-ҡулы һыҙламаһын, һау булһын, ти үҙе ҡараған инәйҙәре, Дилбәрҙең эшенән риза булып.
Ризалыҡта – бәрәкәт, ризалыҡта йән рәхәте шул. Ошонан айырмаһын Тимер уңғаны, биш бала әсәһе, социаль хеҙмәткәр Дилбәр Ғайсинаны.
Читайте нас: