Йәмғиәт
8 Июня 2021, 09:00

“Һаумы, һаумы, әкиәт” тә еңеп ҡайттылар!

Өфөләге Якутов паркында балалар байрамы – “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ойошторолдо.

Өфөләге Якутов паркында балалар байрамы – “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ойошторолдо.
Конкурста апрель-май айҙарында 347 бала ҡатнашҡан.
Беҙҙең райондан унда Әтек мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө “Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү” номинацияһында 3-сө урын яулаған.

Ә Иҫке Собханғол мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Гөлназ Манаповаға (һүрәттә) Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының махсус призы һәм Рәхмәт хаты тапшырылған.
Бәләкәстәрҙе оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас